Йәмғиәт
26 Май 2021, 04:55

Ғаилә эше

Шәмбе көн. Ҡала баҙарында “Пельмени от Айгуль” магазин-цехы тапҡырында сират. Продукцияңа иң яҡшы реклама был, ризаһығыҙмы? Сират тороусы халыҡ тап Айгөлдөң билмәндәрен, манты, чебуректарын алырға теләй, сөнки яратып өлгөргән, сифатын, тәмен белә. Магазинына үҙ исемен ҡушып, ҙур яуаплылыҡ алған эшҡыуар менән гәзит уҡыусыларҙы ла яҡыныраҡ таныштырайыҡ тибеҙ.

26 май – Рәсәй эшҡыуарлығы көнө

Шәмбе көн. Ҡала баҙарында “Пельмени от Айгуль” магазин-цехы тапҡырында сират. Продукцияңа иң яҡшы реклама был, ризаһығыҙмы? Сират тороусы халыҡ тап Айгөлдөң билмәндәрен, манты, чебуректарын алырға теләй, сөнки яратып өлгөргән, сифатын, тәмен белә. Магазинына үҙ исемен ҡушып, ҙур яуаплылыҡ алған эшҡыуар менән гәзит уҡыусыларҙы ла яҡыныраҡ таныштырайыҡ тибеҙ.
Дөрөҫөрәге, Йосоповтар эше менән. Нисек кенә көслө, маҡсатлы булма, арҡа терәр кешең барҙа һөҙөмтә бөтөнләй икенсе, ти Айгөл Николай ҡыҙы. Шуға иттән ярымфабрикаттар эшләү цехы уңышын да ул ире Илнур Сәмәрхән улы һәм иң көслө мотивациялары – өс балалары менән бәйләй.
- Өйҙә билмәндәр эшләп, дуҫ-ишкә өлгөрткән мәлдән ни бары дүрт йыл тирәһе ваҡыт үткән. Иҫләйем, бер төн эй тырышып, күп итеп эшләгән кеүек булдым. Иртән үлсәп ҡараһам, ни бары 1700 грамм. Бер үҙем тау аҡтара алмаясағымды шунда аңланым, - ти Айгөл эшҡыуарлыҡҡа килгән осорон иҫләп.
Эшҡыуарлыҡҡа замандашыбыҙ утыҙ бишен артмаҡлап, тормош ҡиммәттәрен аңлап тотонған. Ниңә манты, билмәндәрме? Айгөлгә был һорауҙы йыш бирәләр икән. Ғаиләм тәмле ашарға яратҡанға, ти ул.
- Тәүге йылда эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн ҡаралған “Стартап” программаһы ныҡ ярҙам итте. Етештереүсе булғанғамы икән, район хакимиәте аша был 170 мең һум күләмендәге дәүләт ярҙамын бер ҡатмарлыҡһыҙ алдым. Аҡсаларҙы эште автоматлаштырыуға тотондоҡ. Унһыҙ күпме тапаныр инем, белмәйем. Ҡамыр баҫҡыс, пресс, һыуытҡыстар – барыһы ла кәрәк саҡ. Ғөмүмән, дәүләтте әрләгән эшҡыуарҙар рәтенә инмәйем. Үҙең тырышһаң – юлдары табыла. Ҡайтарыу кәрәкмәгән кредит, пандемия осоронда эш урындарын һаҡлауға булышлыҡ булараҡ 3 процент ставка менән 300 мең һум күләмендә кредит - был бик ваҡытлы ярҙам булды. Ғаиләң менән тырышҡас, күпкә еңелдер тим. Илнур умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Быйыл Мәскәүҙә техник вуз тамамлаған Артур улыбыҙ ҙа ныҡлы ярҙам итә башланы. Йәштәрҙең эшкә ҡарашы бөтөнләй икенсе, заманса фекер йөрөтәләр. Ҡайһы саҡ етешһеҙлегем һымаҡ күреп, һәр нәмәгә артыҡ яуаплы ҡарайһың, тиҙәр миңә. Ризыҡ әҙерләүгә, ғөмүмән, башҡаса ҡараш булырға ла тейеш түгелдер. Итте ҡайҙан, кемдән алыуҙан башлап, коллективыңдағы хеҙмәткәреңдең кәйефенә тиклем барыһы ла мөһим! Сөнки халыҡҡа тараласаҡ егермегә яҡын төр продукциябыҙ ошо ҡулдар аша үтә, - ти эшкә төплө тотоноуы һәр ҡылығында сағылған йәштәшем.
Уңыштарын балалары менән бәйләгән ғаилә оло ихтирам, ғорурлыҡ уята. Артур менән Милананың тыуыуы фатир алыуҙары менән бәйле булһа, бәләкәстәре Миран Йосоповтарҙы хыялдарындағы йорт алыуға дәртләндергән. Баш көллө эштәренә сумып, йорт мәшәҡәттәренән илһамланып йәшәйҙәр. Эшҡыуар ҡатындың декрет ялы юҡ тигәндәре лә дөрөҫ. Бизнес та, сабый ҙа 100 процентҡа күңел биреүҙе, бар ваҡытыңды талап итә. Айгөл Илнур менән алмаш-тилмәш цехта юғала, производствонан айырылыу юҡ. Шулай эш араһында кинйәләре йәшен дә тултырған.
- Һатып алыусылар менән аралашырға яратам, тәүге йылдар үҙем һатыусы булып торҙом. Ҡаланың икенсе ситенән беҙҙең билмән, фарш, башҡаһы тип килгән яҡташтарыма рәхмәт! Ишембайҙан тыш беҙҙе Стәрлетамаҡта ла яҡшы беләләр. Быны эшебеҙгә мөхәббәт менән яуланыҡ тип әйтә алам. Үҫергә кәрәк, майҙанды арттырыу, хәләл продукция, дөрөҫ туҡланыусылар өсөн ризыҡ – ошо уй-ниәт менән йәшәйбеҙ. Тормош шатлыҡ килтерһен ул...
Был мәҡәләне реклама тип уйларға берәүҙең дә башына килмәҫ тип өмөтләнәм. Хәйер, булһын, иң шәп реклама булһын – ғаилә бөтөнлөгөнә, уртаҡ уйхыялдарға, дәртләнеп йәшәргә көс биргән яратҡан эшеңә!
Читайте нас