Бөгөн ямғыр теләргә сыҡтыҡ. Егәндән Салауат әйтеп һыу алып, Зөбәржәт апа ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, зыяратҡа тиклем юлға һыу һибеп барҙыҡ. Зыяратҡа барып еткәс, һыуға батып үлгән кешенең зыяратына һыу һиптек. Тик алдан хәбәр ителһә лә, ауылдаштарҙың битарафлығы күңелде ҡырҙы. Ямғыр бит бөтәһенә лә кәрәк.