Ә бит мөхәббәт, шундай серле! Кемде яратырыңды, кем өсөн төн йоҡоларың бүленер икәнен кем белә..Тел менән әйтмәҫлек, күҙҙәр менән күрелмәгәән хис бит ул. Яратаһың и фсе. Көсләп яраттырып ҡара!
-Ниңә ҡалын арҡа тейһегеҙме. Аңлатам.
Зифа менән Әнүәр мунса бик һирәк бергә инәләр. Бергәләп барған хәлдәлә , йылы мунса һыуыҡ һымаҡ. Иркәләнеп-наҙланып күп ҡараны Зифа. Арҡа ышҡыта, йыуҙыра алмай бер йонсоно.Ҡатын- ҡыҙ еңмеш зат. Көсләп йыуҙырта ине арҡаһын. Ир нимә өсөн әтеү –тип.Теләр-теләмәҫ Әнүәре йыуыштырҙы. Апай, килен-туғандарының мунса әкәмәттәрен тыңлап, ысын мәғәнәһендә көнләшә ине Зифа. Иптәшем, һыу һалып ҡойондора. Йә булмаһа, аяҡтарымды минлек менән сапты. Был минуттарҙа шул
хәтлем үҙен яңғыҙ тоя. Ысын мәғәнәһендә, яңғыҙ. Хикмәт бит арҡа йыуыуҙа түгел. Берекмәгән күңелдә эш башы.
....Бына ошондай хәтирәләр менән көн кискә ауышты. Иҙәндәге тупраҡ йыйылды. Бысраҡты йыуып бөтөп була. Тел, ҡул, күңел башҡарған ҡара эштәр генә эҙҙәр ҡалдыра. Бына әлелә тап-таҙа итеп донъяны таҙартып алды. Һәм уйға батты. Ире өйҙә юҡта...Тәрән уйға батты. Ҡалын арҡамы?
Интернет селтәренән көндәшен эҙләй башланы. Бәлки яңғыҙҙыр.Төрлө хәлдәр була, эҙләп ҡараһын әле. Ихлас күңелдән ҡауыштырыр ине Әнүәрен. Эсмәһә, һәйбәт бит ул. Ҡунаҡта матур йөрөй. Баланы балалар баҡсаһынан ала. Матур күлдәктәрҙе лә бергәләп һайлап алалар.Сөнки, төҫкә-башҡа матур ҡатын-Зифа. Үҙе түгел, кешеләр, белгән-күргәндәр һоҡланыуҙарын йәшермәй.