“Кейәүгә сыҡҡаныма күп тә түгел – ике йыл тулып килә. Район үҙәгендә йәшәйбеҙ. Ирем эшләй, мин бер йәшлек улыбыҙ менән декрет ялында ултырам. Иремдең тыуған ауылы район үҙәгенән алыҫ түгел – 22 саҡрым. Ҡәйнәм яңғыҙ йәшәгәс, йыш ҡайтырға тырышабыҙ. Иремдең эш сменаһы ял көндәренә тура килһә, ҡәйнәм беҙгә килеп етә. “Ейәнемде һағынам”, - ти. Уныһына ышанам: килһә, бөпесте ҡулынан төшөрмәй. Нимәләр генә һатып алып биреп бөтмәне.
Тик... Шул бер “тик” күңелде ҡыра: ҡәйнәм минең донъя көтөрлөк кеше булыуымда, улына – яҡшы ҡатын, ейәненә һәйбәт әсәй икәнлегемдә шикләнеп йонсота.
Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә булғас, бишенсе кластан ҡалаға китеп, интернатта ятып уҡыным. “Интернат балалары эш рәтен белмәй үҫә” – бына ҡәйнәмдең иң ҙур дәғүәһе. Һәр нимәгә ҡыҫыла, һәр нимәне өйрәтә: һауыт-һаба йыуыуҙан башлап, бала тәрбиәләүгә тиклем.
Был юлы килеүенә, баламды илата-илата, ваҡ бәлештәр бешерҙем. “Ҡайһы кибеттән һатып алдың?” – тип һорап, күңелемде ҡалдырҙы. Үҙем бешерҙем, тиһәм, ышанмай.
Тешемде ҡыҫып түҙеп, ҡаршы һүҙ әйтмәҫкә тырышам. Әммә гел улай дауам итә алмай бит... Нимә эшләргә икән? Урынына ултырҡансы әйтергәме? Әллә йәшәй-йәшәй барыһы ла яйланырмы?”
(Дүртөйлө районынан Юлиә исемле йәш ҡатын яҙып ебәргән яҙма).