Танауығыҙ гел тонған килеш тора һәм тын алыуы ауырмы? Мөмкин булған дарыуҙарҙы ҡулланып ҡаранығыҙ, әммә файҙаһы теймәй һәм ҡул һелтәнегеҙме? Улай эшләргә ярамай!
Танау тоноу ҡурҡыныс сирҙәрҙең билдәһе булыуы ихтимал, шуға күрә был проблемаға етди иғтибар талап ителә. Табип-отоларинголог, Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты профессоры Юрий Ульянов әйтеүенсә, ваҡытында дауаланмаған танау тоноу сиренең бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Белгес әйтеүенсә, танау кеше һулаған һауаны йылытырға һәм еүешләргә тейеш, бының өсөн ағза эсендә махсус ҡыуышлыҡтар бар.
Әммә улар елһенеп тонған саҡта, танау функцияһын үтәмәй, тора-бара был процес ҡатмарлы сиргә – синуситҡа килтерә.
Белгес әйтеүенсә, синусит булғанда, ҡыуышлыҡтар шешенеп ябыла, ә елһенеү процесы артабан башҡа ағзаға – күҙҙәргә күсеүе ихтимал. Был туҡымаларҙы ҡуҙғыта, түҙеп торғоһоҙ баш ауыртыуына килтерә.
Ульянов фекеренсә, ваҡытында дауаланмаған сирҙең мейегә тиклем барып етеүе бар, ул саҡта кеше ғүмерен ашығыс рәүештә ҡотҡарырға тура киләсәк. Ғөмүмән, танау ҡыуышлыҡтары кеше башының ҙур өлөшөн алып тора, шуға ла баш ауыртыуҙан яфаланғанда танау торошон тикшереү мотлаҡ, тип белдерә профессор.
Танау тоноу, елһенеү процесы аллергия арҡаһында ла барлыҡҡа килеүе ихтимал, бигерәк тә яҙғы осорҙа. Әгәр ҙә ошондай проблема менән осрашҡанығыҙ булһа, был миҙгелдә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, урамда күҙлек, битлек кейеп йөрөгөҙ, танау эсен даими рәүештә тоҙло ҡатнашма менән йыуҙырып тороғоҙ. Урамдан ингәс, душ инеү, әйберҙәрҙе алмаштырыу ҙа аллергия өйәнәген кәметәсәк.