Йәмғиәт
23 Май 2021, 07:30

Ҡартатай, һин һәр саҡ хәтерҙә!

Мин, Арыҫлан Салауат улы Ғәләүетдинов, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 2-се класта уҡыйым.

Мин, Арыҫлан Салауат улы Ғәләүетдинов, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 2-се класта уҡыйым.
Ҡартатайым Ғәйнитдин Ғәлләметдин улы Кинйәбулат ауылында ишле ғаиләлә биш ир бала тәрбиәләнәләр. Дүрт бер туған һуғышҡа китә, уларҙың икәүһе башҡа тыуған яғын күрмәй, сит ерҙәрҙә һәләк була.
Минең ҡартатайым бәләкәйҙән тәбиғәтте ярата. Ҡырмыҫҡалыла ауыл хужалығы училищеһын тамамлай. Һуғыш башланғас тәүгеләрҙән булып яуға китә. Танкист булып Белорусс фронты составында Берлинға тиклем барып етә. Ҡартатайымдың Берлин күперендә төшкән фотоһын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
1946 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта, матур ғаилә ҡороп, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғәйнитдин ҡартатайым “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Ауыр яраларҙан ҡәҙерлебеҙ 51 йәшендә вафат була. Һинең намыҫыңа тап төшөрмәйбеҙ, ҡартолатай! Арыҫлан ейәнең данлыҡлы гимназияла “4”, “5” билдәләренә генә уҡырға тырыша. Балалар ижады һарайына ҡурай түңәрәгенә йөрөйөм. Тыныс йоҡла, яугир олатай, һин Ғәләүетдиновтар күңелендә һәр саҡ һаҡланырһың!

Читайте нас