Йәмғиәт
23 Май 2021, 06:06

23 май – Бөтә Донъя ташбаҡалар көнө

Ташбаҡа – тәрән аҡыл, байлыҡ, оҙон ғүмер символы. Был байрам 2000 йылда Американың ташбаҡаларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте ниәте менән барлыҡҡа килгән. Күптәр был хайуандарҙы өйҙәрендә аҫрайҙар.

Ташбаҡа – тәрән аҡыл, байлыҡ, оҙон ғүмер символы. Был байрам 2000 йылда Американың ташбаҡаларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте ниәте менән барлыҡҡа килгән. Күптәр был хайуандарҙы өйҙәрендә аҫрайҙар.
Ташбаҡа
Ташбаҡалар әкрен генә йөрөй,
Шуға оҙаҡ йәшәй ул, туған!
Ә әҙәмдәр – мәңге ҡабалана,
Арттарына ҡапҡан ут-туҙан.

Әкрен генә йөрөп, ҡабаланмай
Йәшәп ҡара уттай заманда! –
Дуҫ-ишеңдән тороп ҡалып ерҙә
Өс йөҙ йылмы йәшәү самаңда?

Әкрен генә йөрө ташбаҡалай,
Әммә таты михнәт-рәхәттәр,
Ғүмереңдән ҡалдыр оҙон юлдар,
Тынмаҫ йырҙар, оҙаҡ бәхеттәр!...
(Ҡәҙим Аралбай).
Автор фотолары.
Читайте нас