Эҫе һауа торошо тип ауыл хужалығында эштәрҙе туҡтатып тороп булмай. Ялан батырҙары ерҙә дым бар саҡта тиҙерәк сәсеүҙе башҡарып ҡуйырға тырыша. “Едих Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәтсәндәрен дә баҫыуҙа көнбағыш сәсеү мәлендә тап иттек.
Ҡанаҡай ауылынан Рәзил Ғәлин – хужалыҡтың иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе, йәштән ауылда төпләнеп, тыуған төйәгенә хеҙмәт итә.
- Заманса техника менән эшләүе күпкә еңел. Хеҙмәт шарттары яҡшыра. Эшеңде яратыуға тормошоң, кәйефең бәйле. Атайым да заманында алдынғы игенсе булған. Район буйынса иген үҫтереүҙә 1-се урындар яулап килгән. Атайымдың һөнәрен дауам итәм, тимәк. Бер туған ағайымдар ҙа тракторсы-механизатор һөнәрҙәре буйынса эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Йәштәр ауылда төпләнһендәр ине. Беҙгә алмашҡа йәштәр кәрәк,- тип ул ихлас теләктәрен әйтеп үтте.
Ошо уҡ ауылдан Миҙәхәт Ҡотлоев та 1987 йылдан алып ауыл хужалығында тырыша. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҫыуҙа: тәүҙә тырмалау, унан сәсеү, бесән әҙерләү, уңыш йыйыу... Һис ҡасан эш ауырлығына зарланмаған ауыл кешеһе. Әле лә бына ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, ә эш - тәүге нәүбәттә.
- Эҫеһе генә йонсота. Ә былай ауыл кешеһен бер эш тә ҡурҡытмай. Ерҙе яратҡанға ла ауылдан китмәнем. Атайым да механизатор булды, ғүмер буйы колхозда эшләне. Әле хаҡлы ялда. Шуға тракторсы эше миңә бала саҡтан яҡын, - тине Миҙәхәт Басир улы.
Һеҙҙең кеүек ағайҙар – тыуған ер тотҡаһы, тәжрибәгеҙҙе элеп алырға йәштәр күберәк булһа икән!
Район хужалыҡтарында сәсеү тамамланыуға бара. Яҙғы культуралар 19 майға ҡарата 17900 гектарҙа сәселгән, был пландың 81 проценты. Һуңғы культура ҡарабойҙайҙы иҫәпкә алмағанда, иртә яҙғы бөртөклөләрҙе сәсеү 90 процент майҙанда башҡарылған. “Победа”, “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Лейтер Е.Г.”, “Едих Е.В.”, “Привалов А.З.”, “Искәндәров Т.Т.”, “Лейтер Е.А.”, “Павлов С.В.”, “Герасимов А.Н”, “Шәрәфетдинов Р.Н.” кеүек хужалыҡтар был эште теүәлләп тә
ҡуйған.
Бер үк ваҡытта техник культураларҙы сәсеү ҙә тамамланыу өҫтөндә. Рапс баҫыуында эш тамам, көнбағыш менән етен һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла. Көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында ерҙә дым да тиҙ юғала. Һуңыраҡ сәселә торған культура булһа ла, бер нисә көн элек хужалыҡтар кукуруз сәсергә төшкән.
- Әле сәсеүлектәргә дым иң кәрәккән ваҡыт. Ямғырҙар яумауы борсоуға һала. Минераль ашламаның тупраҡҡа һеңеп, үҫенте тамырҙарына үтһен өсөн ямғыр кәрәк, - тине Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Фәүзиә Ғилманова.
Сәсеү менән бер рәттән, ужым культураларын химик утау ҙа алып барыла. Әлегә был эш районда 2 мең самаһы гектар ерҙә башҡарылған. “Интернационал”, “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмиғиәттәрендә, “Едих Е.В.”, “Искәндәров Т.Т.” крәҫтиәнфермер хужалыҡтарында был эште йомғаҡлағандар.
Көндәрҙең эҫе тороуы үҫентеләргә ныҡлы иғтибар талап итә. Төрлө ҡоротҡостар үрсеп, сәсеүлектәргә зыян һалмаһын өсөн уяу булырға кәрәк, тип иҫкәртә ауыл хужалығы белгестәре.
Автор фотолары.