Был халыҡ дауаһы ҡан баҫымын нормалләштерә һәм быуындар һыҙлауын баҫа.
3 литрлы быяла банкаға уртаса ҙурлыҡта 2 сҽй ҡыҙыл сөгөлдөрҙө тышынан таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалырға. Өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан йылымыс һыу ҡоябыҙ. 1 сәй ҡалағы балды ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға һалырға. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас ябырға. Шыйыҡсаны 5 көн һалҡынса урында тоторға.
Өҫтөндәге күбеген йыйып алғас, марля аша һөҙөргә. Төнәтмәне ашар алдынан, йә ашағандан һуң, көнөнә 4 тапҡыр 0,5 стакан эсергә.
Быуындар һыҙлауы юҡҡа сығыр, ҡан баҫымығыҙ ҙа күтәрелмәҫ, дарыуҙарҙың да кәрәге теймәҫ.