24 майҙа “Сәләмәтлек поезды” Петровскийға килеп, унда 5 көн дауамында эшләйәсәк. Ауыл халҡы бушлай эндокринолог, невролог, офтальмолог, кардиолог, акушер-гинекологҡа килеп тикшерелеү үтә ала. Шулай уҡ пациенттар өсөн мобиль маммограф, флюорограф, диагностик тикшерелеүҙәр ойошторола.