“Яҙ етһә, тауыҡтарымдың аяғы ҡутырлай башлай. Тәүҙә ҡутыры бәләкәй була, унан ҙурая. Сире йоғошло булһа кәрәк, башҡаларға ла күсә. Был осраҡта нимә эшләргә?” – тип мөрәжәғәт итә гәзит уҡыусыбыҙ Ләйлә ҒАФАРОВА.
Әбйәлил районынан ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгән ветеринар, Гайдар Хөснуллин кәңәштәре менән уртаҡлаша.
– Был сирҙе “эзбизле аяҡ” тип атайҙар. Ауырып киткән тауыҡ тәүҙә аҡһай, шунан ултырып ҡына торасаҡ. Тора-бара быуындары һыҙлай, томшоғо кәкерәйә. Әлеге сирҙең барлыҡҡа килеүенә талпан ғәйепле. Был талпандар уларҙың аяҡтарын “ашай”.
Талпандарҙы инсектицидһыҙ бөтөрөп булмаясаҡ. Дарыуҙарҙы бары махсус дарыуханаларҙан ғына алырға кәрәк. Тауыҡтарҙың аяҡтарын эшкәртеү өсөн тәү сиратта һарайҙы йыйыштырығыҙ. Стеналарын эзбиз менән аҡлағыҙ, ояларҙағы бесәнде алмаштырығыҙ, дезинфекция үткәрегеҙ.