Тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш һәр кемдең күңеленә бала саҡтан уҡ һалынғандыр. Ер, һыу, һауа бәндә өсөн иң ҡәҙерлеһе, иң ҡиммәтлеһелер, сөнки улар йәшәү сығанағы булып тора.
Йыл һайын яҙҙың йәмле сағы - муйыл сәскә атҡан мәлдә беҙҙең ауыл халҡын туйындырған Ерексә йылғаһын таҙартырға сығабыҙ. Быйыл дә ошо изге йолаға әйләнгән өмәнән ауылдаштар ситтә ҡалманы. Аллаға шөкөр, өмәләр гөрләп уҙып тора, ауылдаштарға ҙур рәхмәт.