Ишембайҙың тарихи үҙәк урамдарының береһендә - Ленин проспектында юл ремонты башланды.
Күләмле эш көтә – асфальт юл япмаһы, бордюр таштары тулыһынса яңыртыласаҡ, Совет урамы менән киҫелеш тапҡырында заманса светофорҙар ҡуйыласаҡ. Әлегә әҙерлек эштәре бара. Район бюджеты иҫәбенә тротуар плиткаһын түшәү, яҡтыртыу ҡоролмалары бағаналарын алыштырыу, проспектты йәшелләндереү күҙалланған. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып үтеүенсә, ҡала халҡына ағастар өсөн борсолорға урын юҡ – тик йәше еткән ауырыуҙары ғына ҡырҡыласаҡ.
Ремонт эштәре осоронда проспектта юл өлөшләтә ябылып торасаҡ. Әммә был уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса икәнен аңлап ҡабул итергә кәрәк, проспекттың яңырыуы хаҡына быға ғына түҙербеҙ.
Быйыл Ишембай районында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә өс юл участкаһы ремонтлана.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы быйыл төбәктә ремонтланасаҡ юлдар исемлеген баҫтырҙы. Улар рәтенә беҙҙең райондағы өс йүнәлеш буйынса юлдар ингән.
– Ишембай – Кинйәбулат – Үрге Этҡол
– Кузнецовск – Верхотор (сафҡа индереү ваҡыты – 2022 йыл)
– Стәрлетамаҡ– Белорет – Магнитогорск Башҡортостанда быйыл төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 267 километр юлдарҙы ремонтлау планлаштырылған.