Йәмғиәт
19 Май 2021, 09:16

Майҙан өсөн тауыш бир!

Берҙәм бөтә Рәсәй платформаһында төҙөкләндереләсәк объекттар буйынса тауыш биреү бара - http://2.gorodsreda.ru/. 2022 йылда муниципаль районда төҙөкләндереүгә дәғүә иткән объекттарҙың береһе - Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙаны. Ябай ғына әйткәндә, беҙҙең күмәк тауыш объекттың федераль проектҡа инеү-инмәүен хәл итә.

Ишембайҙар әүҙемлеге - был йәмәғәт территорияһының йөҙөн үҙгәртеү мөмкинлеге ул. Бының өсөн 30 майға тиклем дауам итәсәк рейтинг тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Иң күп тауыш йыйған объекттар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына инә һәм 2022 йылда төҙөкләндерелә. Әйҙәгеҙ, тыуған ҡалабыҙҙы бергәләп яҡшыртайыҡ!
Читайте нас