Иң яҡшы һаҡланыу юлы – профилактика. Түбәндәге ысулдар тамырҙарҙы ғына таҙартмай, арҡа һөйәге һәм артерия сирҙәре ваҡытында хәлде яҡшыртасаҡ. Уларҙы йыш ҡулланғанда баш ауыртыуын һәм баш әйләнеүен дә тотҡарлап була.
250 мл йүкә балына стакандың 3/1 өлөшө һуған һуты менән ҡушып бутайбыҙ. Һутты ашар алдынан ярты сәғәт алда берешәр сәй ҡалағы көнөнә 3 тапҡыр ҡулланырға.
Бер устай кипкән дегәнәк тамырҙарын ҡайнар һыу менән бешерекләп алырға. 1-2 аш ҡалағы бал ҡушһағыҙ була. 10 сәғәткә һалҡынсараҡ урынға шулай ултыртып ҡуябыҙ. Иртәнге аш алдынан 70 мл төнәтмәне 30 көн буйы эсергә.