Көҙҙөң һалҡын шыҡһыҙ көндәренең береһе. Әйтерһең дә, тәбиғәт йәмле йәйҙең үткәненә һәм һалҡын ҡыштың яҡынлашыуына болоҡһоп, күңелһеҙләнеп торған төҫлө.
Дания күҙҙәрен тәҙрәнән алмай, бер туҡтауһыҙ ҡарай ҙа ҡарай. Ул һаман да өмөтләнеп әсәһен көтә. Әсәһе бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Бәлки, ул тиклем көтмәҫ тә ине, ләкин уларҙың кисәгенән бирле тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ. Асыҡҡан ҡустыһы менән бәләкәй һеңлеһен йәлләп, кисә күршеләрҙән икмәк менән картуф алып сыҡҡайны ла, тик уны шунда уҡ ашап бөттөләр. Бигерәк тә Данияға бәләкәй һеңлеһе Әдилә йәл, сөнки нисәнсе көн инде һөт һорап илай.
Әсәй тейешле кеше өс көн элек бер таныш ҡатын менән ике һауыт араҡыны йырлай-йырлай эсте лә тағы араҡы эҙләп сығып китте һәм бына бөгөнгәсә ҡайтып кергәне юҡ. Әсәһе, бәлки, бөгөн ҡайтһа, аҙыҡ-түлек алырға аҡса бирер, һәм ул туғандарына һөтөн дә, икмәген дә килтерер ине... Дания көн дә барлы-юҡлы аҡсаны йыйып, көн дә икмәк һатып ала торғайны, ә бөгөн улары ла ҡалмаған.
Ҡыҙыҡай өмөт тулы күҙҙәре менән тәҙрәгә ҡараны һәм урам буйлап алпан-толпан атлап ҡайтып килгән Дамир ағаһын күрҙе. Уның әсәһе менән йәшәгәненә бер нисә ай ғына. Әсәһе Данияның атаһы менән айырылышҡас, әллә күпме иргә барып йәшәп ҡараны, ләкин үҙе кеүек эсергә яратҡан ирҙәр менән ярты йылдан да артыҡ йәшәй алманы. Эсеп алып, эргәләрендә йүгереп йөрөгән балаларға ла иғтибар бирмәй, ни генә ҡыланмайҙар, нисек кенә һуғышмайҙар ине. Балалар, эсеп һүҙ көрәштерә башлаған әсәләренән һәм иренән ҡурҡып, тегендә-бында ҡасып бөтә торғайны. Донъяның бар матурлығын, йәшәү рәүешен тик араҡыла күреп, хәмер ҡолона әйләнгән был ҡатын менән ирҙәрҙе бер нимә лә ҡыҙыҡһындырмай ине. Шулай, араҡы эҙләп сығып киткән көндәрҙең береһендә әсәһе Дамирҙы эйәртеп алып ҡайтты. Үҙҙәренсә донъяларын түңәрәкләп йәшәнеләр – көнө-төнө араҡы эсеүҙәр, иртә таңдан эҙләнеүҙән баштар сыҡмай ине. Был хәл көн һайын ҡабатлана.
Бына әле лә иҫереп алған Дамир, өйгә килеп инеү менән, ишек төбөндә торған биҙрәне тибеп осорҙо ла һүгенә-һүгенә түргә уҙҙы. Аларған күҙҙәре менән Данияға һөҙөп ҡараны ла ашарға таптыра башланы. Ҡурҡышынан ҡалтыранған ҡыҙыҡай өйҙә тәғәм ризыҡ юҡлығын аңлатырға тырышты, ләкин араҡы менән аңы томаланған ир Данияға ҡарап торҙо ла, оятһыҙ итеп һүгенеп, сәсенән урап тотоп алды һәм төпкө бүлмәгә һөйрәтеп тигәндәй индереп, шундағы иҫке диванға ырғытты.
Апайҙарын йәлләп илаған бәләкәстәргә ажғырҙы ла бүлмә ишегенең элмәген эләктерҙе. Иҫерек ир, ҡобараһы осҡан ҡыҙға яман итеп ҡарап, салбарының ҡайышын ысҡындыра башланы. Эштең ниҙә икәнлеген аңлағас, Дания, тиҙ генә урынынан һикереп тороп: “Дамир ағай, сығар мине был бүлмәнән, хәҙер мин ашарға берәй нәмә табып килтерәм”, – тип ялбарҙы. Ир йоҙроғо менән уның яңағына килтереп һуҡты ла иҙәнгә йығылған ҡыҙҙы сисендерергә кереште.
Ҡаты һуғыуҙан аңын юғалтҡан ҡыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Ишектең икенсе яғында ҡустыһы менән һеңлеһе апайҙарына нисек тә ярҙам итергә белмәй, илай-илай бәләкәй устары менән ишекте дөмбәҫләнеләр...
Нәфсеһен ҡандырған ир йоҡлап китте, ә ауыртыуҙан, мәсхәрәләнеүҙән хәле ҡалмаған, ҡанға батҡан Дания, йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тәҙрәгә ҡараны ла илап ярһып бөткән бәләкәстәрҙе тынысландырыр өсөн ишектең келәһен ысҡындырып, туғандары янына сыҡты...
Әсәләре икенсе көнгә генә иҫереп ҡайтып керҙе. Балаларына һүҙ ҙә ҡушмай, бер нимә лә һорамай, йоҡларға ятты. Ҡыҙыҡайҙың үҙе менән булған хәлде уҡытыусыһына һөйләүҙән башҡа сараһы ҡалманы.
Күпмелер ваҡыт үткәс, суд булды. Дамирҙы иркенән мәхрүм итеп, төрмәгә ултырттылар. Данияны һәм туғандарын балалар йортона урынлаштырҙылар. Ә әсә шәрәмәте һаман эскелеген ташламай, “йәшел йылан” менән дуҫлығын дауам итте...