Йәмғиәт
17 Май 2021, 06:19

Ирәүән

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән (ревень) барҙа ир үлмәҫ, ти башҡорт мәҡәле. Дегәнәккә оҡшаған был әрһеҙ үҫемлек иртә яҙҙа баш ҡалҡыта. Уны күптәр баҡсаларҙа культуралы йәшелсә урынына ултырталар.

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән (ревень) барҙа ир үлмәҫ, ти башҡорт мәҡәле. Дегәнәккә оҡшаған был әрһеҙ үҫемлек иртә яҙҙа баш ҡалҡыта. Уны күптәр баҡсаларҙа культуралы йәшелсә урынына ултырталар.
Күп йыллыҡ үҫемлек үләндәре ҙур ҡыуаҡ һымаҡ булып китә. Шуның өсөн ирәүәнде хатта газондарҙы биҙәүсе ҡыуаҡ урынына ла күрергә мөмкин, сөнки япраҡтары үҫә килә ҡыҙғылт төҫкә инә. Уны, ғәҙәттә, тамырын ҡаҙып алып, күсереп ултыртып үрсетәләр, орлоғонан сәсеп үҫтерергә лә мөмкин.
Тәме яғынан ҡуҙғалаҡҡа оҡшаш япраҡтарынан салаттар яһарға ла мөмкин, ашҡа һалырға ярай. Һабаҡтарын ҡымыҙлыҡ һәм ҡаҡы һымаҡ ашап була, бәлеш бешерәләр.
Тамырын киптереп һәм ваҡлап сәй урынына ла эсәләр. Медицинала тамырҙары ҡулланыла. Үҫә килә, ирәүәндең япраҡтары, һабағы ҡата һәм ныҡ әсегә әйләнә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас