Йәмғиәт
16 Май 2021, 03:35

Нефте менән дә данлы Кинйәбулат

Миңә, разведка геологы булараҡ, бөтә ғүмерен башҡорт нефте сәнәғәтен үҫтереүгә арнаған, Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан Екатерина Скворцова менән оҙаҡ йылдар эшләргә насип булды. Мәҡәлә Екатерина Павловнаның Кинйәбулат нефть ятҡылығы нисек асылыуы тураһындағы хәтирәләрен гәзит уҡыусыларға еткереү маҡсатынан яҙылды.

16 май - Башҡортостан нефтенең тыуған көнө

Миңә, разведка геологы булараҡ, бөтә ғүмерен башҡорт нефте сәнәғәтен үҫтереүгә арнаған, Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан Екатерина Скворцова менән оҙаҡ йылдар эшләргә насип булды. Мәҡәлә Екатерина Павловнаның Кинйәбулат нефть ятҡылығы нисек асылыуы тураһындағы хәтирәләрен гәзит уҡыусыларға еткереү маҡсатынан яҙылды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кинйәбулат ауылы янында 5-се разведка скважинаһы быраулана башлай. Эштәр тамамланғас та унда нефттең барлығын белеү маҡсатында һынауҙар үткәрелә. Екатерина Павловнаның һөйләүе буйынса, һынауҙар үткәреү ваҡытында скважинанан ныҡ тоҙло, көкөрт-водородлы ҡатлам һыуы күтәрелә. Быны күреп, нефттең булыуына ышаныс кәмей. Күп тә үтмәй, скважинаны ябыу тураһында план төҙөлә һәм тәбиғәткә зыян килтермәү маҡсатында колонна фундаменты цемент шыйыҡсаһы менән тултырыла башлай. Ул ваҡытта, металл етешмәү сәбәпле, барлыҡ буш разведка скважиналарынан төшөрөлгән колонналар шартлатып киренән алына. Был эш 5-се скважинала ла башҡарыла. Ә 1943 йылдың сентябрь баштарында быраулаусы Хәсәнов скважинанан нефть фонтаны урғылыуы тураһында хәбәр итә.
“Беҙ яланда эшләп йөрөгәндә фонтанды күрҙек. Төшкө аш ваҡытында фонтанға ҡаршы тау итәгендә нефть урғылыуын абайланыҡ. Ауылдың һул яғында Тәйрүк йылғаһы - аҡ, ә уң яғында аҫта, ағыу ыңғайында һыу ҡапҡара һәм ташҡын һымаҡ ине”, - тип хәтерләй ине Кинйәбулат ауылынан Әмир ағай Мөхәмәтйәнов. Тиҙ арала Тәйрүк йылғаһы янында нефттең йылғаға төшөүен туҡтатыу маҡсатында амбарҙар ҡаҙыла. “Ишембайнефть” тресы етәксеһе Иван Голодов скважина кондукторына беркетеү өсөн ҡорос йүшкәләр алып килә. Скважинаның үҙәгендә противогазһыҙ эшләп булмай, сөнки нефттең көкөртлө газы бик күп бүленеп сыҡҡан була. Шулай итеп, ҙур ҡыйынлыҡтар менән кискә табан фонтан туҡтатыла. “Фонтанды атайым менән тары урып йөрөгәндә күрҙек. Кис өйгә ҡайтһаҡ, ағайым: “Ниңә балыҡ тоторға бармайһығыҙ, унда балыҡтың күплеге”, ти. Йылға ярында нефткә буялған ҡап-ҡара ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, яр буйҙары ла, үҫемлектәр ҙә ҡап-ҡара. Кешеләр йылғаға төшөп берәүҙәре көрәк, икенселәре ҡулдары менән нефтте йырып, тонсоҡҡан балыҡтарҙы ярға ырғыта. Ләкин уларҙы ашап булмай. Бында оҙаҡ йылдар бер нәмә лә үҫмәне, тик биш-алты йылдан һуң ғына Тәйрүктә балыҡтар күренә башланы”, - тип хәтерләй Байғужанан Ғәйфулла Мирасов. Көн яҡтырыуға тағы ла Тәйрүктә нефть күбәйә тигән хәбәр килә. Буровойҙан 20 метр самаһы алыҫлыҡта йылға төбөнән нефть урғыла һәм ағым менән аҫҡа китә. Тиҙҙән У-2 самолеты менән “Башнефтекомбинат” берләшмәһе етәксеһе Степан Кувыкин килеп төшә. “Ишембайнефть” тресының баш инженеры Константин Байрак уға скважинаны ябыуҙары, хәҙер Тәйрүктән нефть фонтаны урғылыуы тураһында әйтә. “Һеҙ әллә шаяртаһығыҙ инде”, - ти Степан Иванович. Бында шаяртыу ҡайғыһы булмай, әлбиттә. Ә хәл былай була: скважинаны япҡас, баҫым арта һәм ике метрлы кондуктор цемент шыйыҡсаһы менән тултырылмауы сәбәпле нефть йомшаҡ таш тоҡомдары аша үргә ынтыла һәм фонтан булып урғыла. Кувыкин скважинаны асырға бойороҡ бирә. Унан нефть фонтаны урғыла башлағас, Тәйрүк йылғаһы төбөнән килгәне туҡтай. Тиҙ арала Кинйәбулатта техник совет үткәрелә. Унда нефтте амбарҙан ҡыуҙырыу бурысы ҡуйыла. Был эштәр менән Степан Кувыкин һәм Иван Голодов етәкселек итә. Алебастр ҡасабаһында тирмән яғында эшселәр плотина төҙөй, ә бында йыйылған нефтте кирбес заводы янындағы соҡорға ҡыуҙыралар. Нефть фонтанын йүгәнләп алғас, митингыға йыйылалар. “Хәҙер бөтә көстө Кинйәбулат нефть ятҡылығын тиҙ арала үҙләштереү, яңы скважиналарҙы сафҡа индереү һәм Ҡыҙыл Армияны тотҡарлыҡһыҙ яғыулыҡмайлау материалдары менән тәьмин итеүгә бирергә кәрәк”, - тип Степан Кувыкин нефтселәргә мөрәжәғәт итә.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: тыуған илгә ҡурҡыныс янаған тап ошо ваҡытта Ишембай нефть промыслаларында скважиналарҙың дебиттары күҙгә күренеп кәмей башлай һәм нефть сығарыу күләме аҙая. Бик ҡатмарлы хәл килеп тыуа. Һуғыш ваҡытының ҡаты закондары индерелә. Һәр скважинаның эше һәм сығарылған һәр тонна нефть ҡаты иҫәпкә алына. Бына ошондай ҡатмарлы ваҡытта 1943 йылдың 29 сентябрендә Ишембай ауылы янында бырауланған 5-се скважинанан көслө нефть фонтаны урғылыуы хәлде үҙгәртеп ебәрә. Скважинаның дебиты тәүлегенә ике мең тоннанан артыҡ була. Тиҙ арала тиҫтәләгән файҙаланыу скважиналары бырауланып сафҡа индерелә. Үҙенең ун йыл (1943-1953) эшләү дәүерендә Кинйәбулат нефть ятҡылығы тыуған илгә ике миллион тоннанан ашыу нефть бирә. Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн быраулау мастеры Михаил Голяков Ленин ордены, өлкән геолог Екатерина Скворцова һәм “Ишембайнефть” тресының баш инженеры Константин Байрак Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә “Башнефтекомбинат” берләшмәһенең баш геологы Андрей Трофимук Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Читайте нас