Йәмғиәт
16 Май 2021, 15:30

“Бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе...”

Аҙна буйы Мираҫтың һүҙе башымдан сыҡмай, оноторға тырышып ҡараһам да, күңелде тынғыһыҙлап, өйөрөлөп тик йөрөй. Ҡара әле, мин нисек яңылышҡанмын! Һис кенә лә уны шундай ике йөҙлө, әхлаҡһыҙ тип уйламағайным. Уның ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә ғәжәпләндем һәм ...үпкәләнем.

Аҙна буйы Мираҫтың һүҙе башымдан сыҡмай, оноторға тырышып ҡараһам да, күңелде тынғыһыҙлап, өйөрөлөп тик йөрөй. Ҡара әле, мин нисек яңылышҡанмын! Һис кенә лә уны шундай ике йөҙлө, әхлаҡһыҙ тип уйламағайным. Уның ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә ғәжәпләндем һәм ...үпкәләнем.

Беҙҙең бик яҡшы уртаҡ та­ныштарыбыҙ бар. Һис уйла­мағанда уларҙың айырылышыуын ишетеп таң ҡалдыҡ. Дөрө­ҫөрәге, мин нығыраҡ хафаландым, ҡайғырҙым, үрһәләндем. Мираҫ, тәүҙә борсолған төҫлө күренһә лә, аҙаҡ: “Тормош булғас, ир менән ҡатын ара­һында хыянатҡа ла урын бар. Өлфәт үлеп ғашиҡ булғас, ҡатынын алдап йәшәй алмай бит инде. Мөхәббәт барыһынан да көслөрәк”, – тимәһенме! Хыянатты “ғәҙәти хәл” тип иҫәпләп, мине тыныс­лан­дырырға тырышҡан Мираҫ йән асыуымды ҡабартһа ла, һиҙҙермәҫкә тырыштым.

Нисек яҡын кешеңдең хыянатын аҡларға була? Ғаилә ҡорғанһың икән, ныҡ­лығы өсөн яуап бир. Улайһа, ниңә тормош ҡо­роп торорға? Тоттом да Мираҫтан һораным: “Бәл­ки, беҙгә өйләнешеп торор­ға ла кәрәкмәйҙер? Хыянат һинең өсөн “ғәҙәти” бул­ғас...” Көтөл­мәгән “һөжүм”­дән албырғап ҡалған егетем аҡланырға маташты, имеш, уның башҡа бер кемгә лә күҙ һалғаны юҡ, әммә шундай хәл килеп тыуһа, йәғни “үлеп” ғашиҡ булырға тура килһә, минең уны аңлауыма һәм ғәфү итеүемә ышана...

Һүҙҙе йәһәт кенә башҡа темаға борҙом, тик күңел ҡы­рылды. Яратҡан кешең­дән бындай һүҙҙе ишетеүе ауыр, хатта тормошта кө­төлмәгән хәл-ваҡиғалар һағалауын яҡшы белһәң дә. Йәһәт кенә алмаш­тырырға мин бит һиңә сепрәк күлдәк түгел!

Миңә шундай ышаныс­һыҙ тормош юлдашы кә­рәк­ме? Уға ҡарата йылы­лыҡ та кәмегәндәй, бер һү­ҙе менән үҙенән биҙ­ҙерҙе. Бәлки, уның аҡланыуын ваҡы­тында ишетеү минең файҙағалыр ҙа...

Лена ГӘРӘЕВА
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас