Ҡайын япрағының шифаһын халыҡ борон-борондан белгән һәм киң ҡулланған. Уны ағас япраҡ ярған мәлдә – май айында, июнь башында йыйырға кәңәш итәләр.
Ҡайын япрағы – бик яҡшы антисептик, шулай уҡ ул елһенеүгә ҡаршы тороу, бәүел ҡыуыу, шешенеүҙе бөтөрөү, организмдан шлактарҙы сығарыу һәләтенә эйә. Сама белеп эскәндә төнәтмәнең зыяны юҡ.
Таҙарыныу өсөн төнәтмә
Йәш япраҡтан әҙерләнгән төнәтмә эсәктәге ҡорттарҙан (лямблиоз) арынырға ярҙам итә. Бының өсөн 10-15 бөртөк япраҡты эҫерәк һыуҙа сайып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәт самаһы ултыртып тороғоҙ. Ашауҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр бер ай дауамында эсергә.
Ҡайын япрағы төнәтмәһе шулай уҡ бөйөр, бауыр сирҙәренән, тире ауырыуҙарынан шифалы, ҡан баҫымын көйләй, кешегә көс, дәрт өҫтәй. Мәлендә йыйып, еләҫ урында дөрөҫ киптерһәгеҙ, йыл буйы рәхәтләнеп ҡуллана аласаҡһығыҙ. Бер аш ҡалағы кипкән япраҡҡа бер стакан һыу ҡушып ҡайнатып сығарығыҙ һәм бер сәғәт йылы урында төнәтегеҙ. Ашар алдынан ярты стакан эсергә тәҡдим ителә.
Файҙалы битлек
Ыуыҙ ғына шифалы япраҡтар косметологияла ла киң ҡулланыла. Бер ус самаһы йәш япраҡтарҙан иҙмә эшләп, саҡ ҡына крем ҡушып, битегеҙгә 10-15 минутҡа һылағыҙ. Крем урынына йомортҡа һарыһы ҡулланырға ла мөмкин. Шулай уҡ битегеҙҙе япраҡ бешекләнгән һыу менән йыуһағыҙ, тирегеҙ сафланып, йомшарып китер.
Ҡайын япрағынан сәй
Ҡайындың 5-6 бөртөк ыуыҙ япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 10 минут самаһы төнәтеп, ике-өс аҙна дауамында эсегеҙ. Был эсемлек көс-дәрт өҫтәй, иммунитетты нығыта, организмды таҙарта. Сәләмәт булығыҙ!
(Йөклө ҡатындарға, бөйөр сире булғандарға, 12 йәшкә тиклемге балаларға табип менән кәңәшләшеп кенә эсергә тәҡдим ителә).