Изге Ураҙа байрамы ҡотло булһын! Барыбыҙҙың дә йорттарынан иман нуры китмәһен, күңел йылылығы һүрелмәһен, һәр ваҡыт ихлас, кешелекле, мәрхәмәтле, ғәҙел булып ҡалырға яҙһын.
Барыбыҙга ла иҫәнлек- һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, ғаилә именлеге, бәрәкәт, муллыҡ насип итһен. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ менән һәр саҡ татыулыҡта, бер- беребеҙҙе аңлап, бер- беребеҙгә терәк булып йәшәргә яҙһын.