Йәмғиәт
11 Май 2021, 09:48

Балалар белеп үҫер

9 Май - Еңеү көнөндә һәйкәлдәргә сәскәләр һалыу менән бер рәттән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдынан парадтар үтеүе лә сараның йәмле бер өлөшө булды. Ҡайһы бер ветерандар урамға сығып ошо тантаналы мәлде ҡараны, кемдәр сыға алмай, йорт балкондарынан күҙәтте.

- Фронтта саҡта иң ҙур бәхет тыуған - яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу ине. Ошо көндәрҙе күрермен тип уйламаным да. Йыл һайын 9 Майҙы иҫән-һау ҡаршылауыма һөйөнәм, шөкөр итәм. Йылы һүҙҙәрегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Йәш быуынға теләгем – яҡшы уҡыһындар, хеҙмәт яратһындар, тыуған илдәренең патриоттары булһындар, - тине 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Маһинур Ғибаҙуллина.
Был сараларҙың маҡсаты, беренсенән, - ветерандарға хөрмәт, ихтирам күрһәтеү булһа, икенсенән – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Уларҙы ойоштороуҙа, уҙғарыуҙа Ишембай районы һәм ҡалаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы ла әүҙем ҡатнашты. “Быуындар хәтерен тоташтырып” тип исемләнгән Рәсәй Президенты фонды проектын тормошҡа ашырыу буйынса ла сараларҙың әһәмиәте ҙур ине. “Беҙҙең олатайҙар һуғышта патриотизм менән тыуған илен һаҡлаған, тылдағылар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Ишембайға ла бит юҡҡа ғына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы” тигән мәртәбәле исем бирелмәгән. Ошо хаҡта йәштәр бер ҡасан да онотмаһын ине”, - тигән теләктәрен дә еткерҙе ветерандар Советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин Еңеү паркындағы сығышында.
Читайте нас