Өмәгә сығыусыларға рәхмәт әйтәбеҙ, байтаҡ эш эшләнелде. Бигерәк тә ҙур рәхмәтебеҙҙе үҙҙәренең иретеп йәбештереү аппараттары менән килгән Ғиләжев Илшатҡа, Әминов Нәзиргә, Рәхимов Ғәлинурға, Хәмиҙуллин Фәриткә, Кинйәғолов Салауатҡа әйтәбеҙ. Ҡоймаларҙы матур итеп эшләп биргән егеттәребеҙ - Әминов Фәнзил, Садыҡов Ринатҡа рәхмәт еткерәбеҙ. Шулай уҡ рәхмәтебеҙ Кудряшова Тутияға, Сәйфетдинова Нурияға, Вәлидова Гәүһәргә, Таһирова Гөлфиәгә, Дәүләткильдина Рәшиҙәгә. Улар өмәселәргә бик тәмле итеп былау бешерҙеләр, сәй ҡайнаттылар. Шулай уҡ бөтә эште ойоштороусы, һәр нәмәне хәстәрләп, табып биреүсе Таһиров Илдарға ла рәхмәтебеҙ ҙур. Әминева Рәйлә, Шаһиева Элвираға күстәнәстәре өсөн, Рәхимов Ришат менән Әнисәгә аҡсалата ярҙамдары өсөн рәхмәт.