Ҡырылмаһа ҡырҡ урындан һаҡланһа ла үҙ-үҙенә ышанмаған Мәрҙән көндәрҙең береһендә, йәнә бер ҡабат тикшерелергә тип, медпунктҡа сығып китте. Табип бүлмәһенә ингәс, уның иғтибарын бындағы көтөлмәгән үҙгәрештәр йәлеп итте. Һәр ауыл медпунктына хас бәләкәй генә бинаның кескенә бүлмәһе эсендә әллә ҡайһы арала ҡала поликлиникаһындағылай бик күп бүлмәләр хасил булған, имеш. Уларҙа, ҡырмыҫҡалай мәж килеп, космонавт кеүек баштан-аяҡ махсус комбинезондарға төрөнгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ табиптар тулып йөрөй. "Был бүлмәләр моғайын изоляторҙар була торғандыр, тик бының сама йөҙләгән табип ниңә кәрәк булды икән?" тип уйланды ир. Фельдшерҙы көтөп торған сағында уның ҡаршыһына бер "космонавт" килеп баҫты ла, бер һүҙ ҙә ҡушып тормайынса Мәрҙәнде ҡулынан етәкләп, бүлмәләрҙең береһенә эйәртеп алып инеп китте. Бында уларҙы тағы ла тиҫтәләгән табип ҡаршы алды. Улар ирҙе кинәт себендәй ҡамап тотоп алдылар ҙа төрлө яҡлап быға бер-бер артлы битлек кейҙерергә тотондолар. Кемеһелер беләк йыуанлыҡ шприц менән укол ҡаҙаны. Йәнә берәүһе Мәрҙәнгә битлектәре өҫтөнән бер юлы өс скафандарҙы ҡатлап кейҙереп ҡуйҙы. Башы филдекеләй булған, тыны ҡурыла башлаған ирҙең ҡото осто: "ни ҡылана былар?!" Табиптар иһә һаман булһа Мәрҙәнде "кейендереү" менән мәшғүл инеләр. Бына бер заман улар, ирҙең күҙҙәрен генә асыҡ ҡалдырып, кәүҙәһен мумияныҡы һымаҡ тотошлай бинт менән ете ҡатлап уратып ташланылар ҙа, үҙен герметик ҡорос барокамераға тығып һалып та ҡуйҙылар. Йәнһеҙ ҡурсаҡ рәүешенә кергән Мәрҙән, ҡыбырлау ғына түгел, тын да ала алмай ине. Йән көсөнә ҡыймылдап ҡысҡырырға иткәйне лә, тауышҡынаһы һыу йотҡандағылай ауыҙы эсендә йомолоп ҡалды. Барокамера тәҙрәһе аша ҡарағайны, уны тирә-яҡлап уратып алған теге "космонавтар" кинәт бер-бер артлы морондарына битлек кейгән һыйыр-һарыҡтарға, эт-бесәйҙәргә әүерелә башланы. Бына бер заман улар, барокамера ҡапҡасын шар асып Мәрҙәнде күтәреп алдылар ҙа, ажғырышып көлөшә-шаулаша уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, йәнә ҡатлап-ҡатлап битлек кейҙерә башланылар. Көтөлмәгән хәлдән ҡото алынған ни тере ни үле ир бар көсөнә аҡырып ебәрҙе һәм... йоҡоһонан уянып ырғып килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Тын етмәүҙән бышлыҡҡан һәм шыбыр тиргә батҡан Мәрҙән битлектә килеш йоҡлап киткән ине шул.