ҠӘҘЕР КИСЕ быйыл 8-се майҙан 9-сы майға ҡараған төнгә тура килә.
Рамаҙан айында бөтә төндәрҙән дә бөйөгөрәк булған Ләйләтүл-ҡадр төнө бар. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған кешенең сауабы мең айҙар дауамында ҡылынғанға тигеҙ.
Был төндә ҡылынған изге эштәр, хатта әйтелгән йылы һүҙ-башҡа төндәрҙәгенә ҡарағанда күпкә сауаплыраҡ.
Был Аллаһ Тәғәләнең беҙгә булған киң рәхмәтелер.
Был төн ҡояш байыу менән инә һәм иртәнге намаҙ башланыу менән тамамлана.