Үҫеп килгән быуынға үткән тормоштоң һәр бер әйбере ҡыҙыҡ. Балалар, бигерәк тә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ стендында үҙҙәренең олаталарын, ҡартолатайҙарын күреп ғорурландылар. Музейыбыҙҙың тиңһеҙ ҡомартҡыһы, Ғосман бабайҙың немец самолетының көпшәһенән эшләнгән ҡурайын тотоп ҡарау уҡыусылар өсөн бигерәк тә әһәмиәтле ине. Шулай уҡ Ғәрифуллин Юнир Йосоп улы етәкселегендәге эҙәрмәндәр төркөмө тарафынан алып ҡайтҡан эскпонаттар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.