Йәмғиәт
6 Май 2021, 06:03

Тыл ветерандары ғаиләһе

Еңеү көнөн ҡаршылағанда Ҡыяуыҡ ауылының көслө рухлы, эшкә һәм тормошҡа талапсан ҡарашлы абруйлы кешеләре - Ҡыяуыҡ ауылы аҡһаҡалы Зәкәриә Нуриәхмәт улы Шаһиәхмәтов (1929 йылғы) һәм уның тормош иптәше - ағинәйебеҙ Ғәлиә Камалетдин ҡыҙы (1932 йылғы) тураһында яҙып үтәм.

Еңеү көнөн ҡаршылағанда Ҡыяуыҡ ауылының көслө рухлы, эшкә һәм тормошҡа талапсан ҡарашлы абруйлы кешеләре - Ҡыяуыҡ ауылы аҡһаҡалы Зәкәриә Нуриәхмәт улы Шаһиәхмәтов (1929 йылғы) һәм уның тормош иптәше - ағинәйебеҙ Ғәлиә Камалетдин ҡыҙы (1932 йылғы) тураһында яҙып үтәм.
- Беҙҙең бала саҡ ауыр һуғыш йылдарына тура килде, бала ғына килеш баҫыуҙа утауҙа ололарға ярҙам иттек. Утауҙан һуң үләндең бер бөртөгөн дә әрәм итмәй йыйып, малға ашатырға алып ҡайта инек, – тип хәтерләй Ғәлиә апай. - Һыйыр, һарыҡ малдары тоттоҡ. Ул йылдарҙа колхоздың йәшелсә баҡсалары бар ине, кишер,ҡыяр, һуған, хатта ҡауын, арбуз мул уңыш бирҙе. Шул йәшелсә баҡсаһына ла утауға йөрөнөк, “трудодень” өсөн беҙгә кишер, һуғандан өлөш сығарҙылар. Тау битләүендә генә колхоз күпләп ҡурай еләге, ҡарағат ҡыуаҡлыҡтары үҫтерҙе...
Зәкәриә ағайҙың атаһы 1942 йылда Волхов фронтының ҡаты алышында һәләк була. Бер үк көндө ике хат килде, ти ул - береһе атайынан һуғышҡа керәбеҙ тип, икенсеһе ғәзиз кешеһенең фронтта һөйләшеп йөрөгән дуҫынан (исеме хәҙер онотолған инде, удмурт халҡы кешеһе) - урыҫ телендә Нуриәхмәттең ҡаты алышта һәләк булыуы тураһында яҙа.
- Күп тә үтмәй атайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килде. Атайым хатты ғәрәп хәрефтәре менән яҙҙы, әсәйем хат уҡығанда, беҙ, балалар, шым ғына ултырып тыңлай инек. Биш бала инек - өс малай һәм ике ҡыҙ. Уландарҙың берәүһе ауырыу сәбәпле вафат булды. Әсәйем ҡарамағында дүрт бала ҡалып, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә үҫергә тырыштыҡ, - ти Зәкәриә ағай үтә лә ауыр хәтирәләрҙе яңыртып.
Ғәлиә апайҙың атаһы фронтта пулеметчик булып фашистарҙы ҡыйратҡан, 1943 йылда Харьков ҡалаһы янындағы алыштан һуң хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килә. Улар ҙа биш бала үҫә. 1943 йылда, балаларҙы ашатырға кәрә тип, Көҙән ауылына яҡын Шиҙе йылғаһының эргәһендә һыу тирмәненә он тарттырырға барғандан һуң Ғәлиә апайҙың әсәһе, ҡайғыһынанмы әллә хәлһеҙлектәнме, түшәккә ята.
- Иртән мәктәпкә уҡырға киткәнсе утын алып ҡайта инек, күршеләге 4-5 бала бергә йыйылабыҙ ҙа ерек ағасын балта менән сабып йығабыҙ, күмәкләшеп Хәлфә тауынан бер-беребеҙгә һөйрәшәбеҙ. Утынһыҙ булмай - мейескә яғып өйҙө йылытырға, усаҡта ашарға бешерергә кәрәк. 1945 йылдың 9 май көнө уҡыусы балаларҙы линейкаға йыйып, мәктәп директоры Исләкәев Фидиәт (авт. атаһының исеме онотолған) Еңеү көнөн иғлан итте. Линейканан һуң уҡыу булманы - барыбыҙ ҙа шатланышып, йырлашып өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Йылдар ауыр, аслыҡяланғаслыҡ. Сабата үрә торғайныҡ, - тип дауам итә Зәкәриә ағай. Дәрүиш исемле туғаным менән Фәниә һеңлекәш тегәләр ине. Беҙҙең өсөн был шөғөл йәшәү сығанағы булды, заготовителдәргә тапшыра инек. 10 пар сабатаға 1 килограмм арыш оно бирҙеләр. Баҡсаның бер яртыһына бәрәңге, икенсе яртыһына киндер сәсә инек. Киндер өлгөргәс йолҡоп, һыуҙа ебетеп, ҡатын-ҡыҙҙар сүс итеп тетәләр һәм шунан һуң эреләйҙәр ине. Эреләнгән еп - тегәр еп ул. Станокка буйлата ҡороп киндер туҡыманан күлдәк, ыштан, тула ойоҡ һуҡтылар. Ун класты тамамлағандан һуң, Зәкәриә ағай 1945 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһына ике йыллыҡ уҡытыусылар институтына (авт. ул ваҡытта шулай тип аталған) уҡырға керә һәм 1947 йылда уҡытыусы һөнәрен уңышлы үҙләштереп, Әбйәлил районына эшкә ебәрелә. Дәртләнеп тарих дәресен уҡыта башлай. Асҡар, һуңғараҡ Хәлил ауылы мәктәптәрендә эшләй. 1949 йылдың март айында, Ишембай районы Алатана ауылында эшләп йөрөгәндә, әрме сафына алына. Мәскәүҙән йыраҡ түгел Серпухов тигән ҡалала прожекторный часта хеҙмәт юлын үтә. 1953 йылдың октябрь айында ғына хеҙмәтен тутырып, тыуған ауылына ҡайта. Үҙебеҙҙең райондың Михайловка ауылында 11 йыл балалар уҡыта. Аҙаҡ инде тыуған яғы Йәнырыҫ мәктәбендә күп йылдар эшләй. Колхозда порторг вазифаһын да оҙаҡ йылдар намыҫлы башҡара.
Ғәлиә апай Өфө ҡалаһындағы Тимерязев исемендәге педагогия институтында һөнәр алыуы 1951-1955 йылдарға тура килә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Йәнырыҫ ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Эшкә кергән көндән алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы ул үҙенең ғүмерен балаларға аң-белем биреүгә, физика уҡытыуға бағышланы - 33 йыл хеҙмәт стажы бар Ғәлиә апайҙың.
- Бер осорҙа мәктәптә тырышыусы уҡытыусыларҙы атап үткем килә, мәрхүмдәренең йәне йәннәттә булһын. Хәйруллин Хәмзә, Минеғолова Зилә, Камалов Наил, Әминев Әхтәм, Камалов Миниәхмәт, Зәйнуллин Ғәлимйән, Минеғолова Зәкиә, Усманова Мәрйәм, Нәзирова Сафия, Нәзиров Зәки, Усманов Абдулла, Ғафаров Дәрүиш, Минеғолов Мәхмүт, Минеғолов Рәшит... Нисәмә йылдар татыу эшләнек, - ти Ғәлиә апай. - Беҙ уҡытҡан балалар мәктәпте тамамлағандан һуң да тырышып вуздарҙа, техникумдарҙа уҡынылар, тыуған еребеҙ өсөн файҙалы һөнәрҙәр алдылар.
Шаһиәхмәтовтарҙың ғаилә тарихы 1955 йылдан баш ала. Улар дүрт бала үҫтерҙе, тик улдарының ғына ғүмере иртә өҙөлдө. Һөнәренән, тормоштарынан уңған өс ҡыҙҙары, уларҙың балалары – бөгөн иң оло шатлыҡ-таяныстары.
Яҙмыш Зәкәриә ағай менән Ғәлиә апайҙы төрлө яҡлап һынаһа ла, улар донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә кисерә белеп, бербереһенә терәк, таяныс булып йәшәйҙәр. Хәҙер нисәмә йыл ололарса матур итеп үҙ ыңғайҙарына тормош көтә улар. Егәрле кешеләрҙең донъялары етеш, һәр бер нәмә үҙ урынында. Беҙ уларға бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ, балаларының ҡәҙер хөрмәтендә тағы оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Һуғыш йылдарында тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, үҙҙәрендә иң матур сифаттарҙы тәрбиәләгән ошо ике тынғыһыҙ тыл ветераны алдында баш эйәбеҙ, беҙгә уларҙан өлгө алып йәшәргә генә ҡала.

Фотола: Зәкәриә ағай һәм Ғәлиә апай балалары, ейәндәре менән.
Читайте нас