Еребеҙгә тағы ла йәмле лә, йәнле лә яҙ килде. Һәр кемдең күңеленә йәшәүгә дәрт, илһам биреп атлай ул бар донъяны иңләп-буйлап.
Ауылда өмәләр гөрләй. Тирә-яҡты тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, ағас ултыртыуҙа әүҙем эш алып барыла.
Һайран ауылының Нәҙершин урамында йәшәүсҽләр ағас ултыртыу акцияһына ҡушылып урам буйына ағас үҫентеләре ултыртһа, Урал урамының ир-аттары һау-сәләмәт тормошто ҙурлап, үҙ көстәре менән спорт майҙансығын эшләү өҫтөндә.
Изге эштәрен хуплап уңыштар ғына теләйбеҙ һеҙгә, ауылдаштар! Афариндар!