Яңы Һәйет халҡы йыл һайын 9 май байрамы алдынан дәррәү өмәгә сыға. Быйыл да өмәләрҙә бөтәһелә ихлас ҡатнашты.
Тыуған еребеҙгә илһөйәрлелек тәрбиәләү маҡсатында уҡыусы балаларҙы ла ситтә ҡалдырманыҡ. Ололар зыяратты тәртипкә килтерҙе. Йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Бөрйән районы сиге, Нөгөш күперенән алып үҙебеҙҙең Күкәй тауына тиклем 5 саҡрым арауыҡтағы юл буйын сүп-сарҙан таҙаланыҡ.
Беҙҙең һәйеттәр берҙәм, татыу халыҡ бит ул! Берҙәмлектә - көс, ҙур рәхмәт, ауылдаштар.