Яҙ еткәс, ер ҡарҙан әрселеү менән эсте бошороп сүп-сар күренә башлай. Бигерәк тә, ауыл урамдарын боҙоҡ өйҙәр, иҫке контора, мәктәп, магазиндар йәмһеҙләп тора.
Ҡалыу-Айры ауылында ла тирә-яҡты таҙартыу өмәләре башланып китте. Быйыл беҙ ҙә ауыл активтары менән шул эштәрҙе дәррәү күтәреп алдыҡ. Ир-егеттәр емерек өйҙәрҙе боҙһа, ҡатын-ҡыҙҙар урынын таҙартып ҡуйҙыҡ. 3 май көнө ир-егеттәр зыяратты кәртәләп, тирә-яғын таҙартты.
Ауылыбыҙҙы йәмләндереп, таҙалыҡты һаҡлап сыҡҡан, ауылыбыҙҙың матурлығына, киләсәгенә битараф булмаған ауылдаштарыма, бигерәк тә, ойоштороусыларыбыҙ, ауылдашыбыҙ Батталов Ришат Тимерғәли улына, депутатыбыҙ Суфиев Илдар Ибраһим улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!