Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Йәмғиәт
6 Май 2021, 12:35
"Атай, мин арыным..."
Бер мәл йәш ҡатын атаһына килә лә һағышлы итеп...
Бер мәл йәш ҡатын атаһына килә лә һағышлы итеп:
– Атай, мин шул тиклем арыным, эшемдә һәм тормошомда гел ауырлыҡтар, хәлем ҡалманы... Нимә эшләргә? – ти.
Атаһы эҫе плитәгә һыу ҡойолған өс кәстрүл ултырта һәм кишер, йомортҡа, ҡәһүә ала. Һәр береһен бер кәстрүлгә һала. Бер нисә минуттан плитәне һүндерә лә ҡыҙынан:
– Ҡара, нимә булды хәҙер? – тип һорай.
– Кишер менән йомортҡа беште, ә ҡәһүә иреп юҡҡа сыҡты, – тип яуаплай ҡыҙы.
– Дөрөҫ, тик беҙ ныҡлабыраҡ ҡараһаҡ, ҡаты булған кишер агрессив мөхиттә бешеп йомшарған. Элек шыйыҡ һәм ватылыусан йомортҡа, киреһенсә, ҡатыға әйләнгән. Тыштан ҡарап тороуға үҙгәрмәгән кеүек булһалар ҙа, бер үк эҫе температурала, бер үк мөхиттә улар төрлөсәгә әйләнгән. Кешеләр менән дә шул уҡ хәл – көслөләр ҙә бирешергә мөмкин, ә көсһөҙҙәр нығый, сыныға...
– Ә ҡәһүә һуң? – тип аптыраған ҡыҙы.
– О, ҡәһүә – иң ҡыҙығы. Ул ҡайнар һыуҙа тулыһынса иреп, уның үҙен үҙгәртте – иҫ киткес тәмле еҫле шыйыҡса барлыҡҡа килтерҙе. Шундай кешеләр бар: уларҙы мөхит үҙгәртә алмай, улар үҙҙәре тирә-яғын үҙгәртә, яҡшырта, үҙ ихтыяждарына яраҡлаштыра. Ауыр ваҡытта кемгә әйләнергә хәл итеү һәр кемдең үҙ ихтыярында, – ти кинәйәле итеп атаһы.
Фото disshelp.ru
Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Atay-min-arinim-779687/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"