Йәмғиәт
5 Май 2021, 15:00

Бәхеткә һәр кем хаҡлы

Булған хәлде бәйән итмәксемен. Сауҙа нөктәһендә күптәнге таныш ҡатынды осраттым. Олпат ҡына бер ир менән һөйләшә-һөйләшә һыуытҡыс һайлайҙар ине.

Булған хәлде бәйән итмәксемен. Сауҙа нөктәһендә күптәнге таныш ҡатынды осраттым. Олпат ҡына бер ир менән һөйләшә-һөйләшә һыуытҡыс һайлайҙар ине.

– Һаумыһығыҙ! – тинем.
Минән олораҡ булыуға ҡарамаҫтан, һүҙҙәребеҙ берегә ошо апай менән. Аҡыллы, сабыр, диниә ҡатын менән аралашыу нисектер рәхәт. Ауыр саҡта тынысландыра белә, төплө кәңәштәр бирә. Ҡайһы саҡта, киреһенсә, минән кәңәш һорап шылтырата. Ғәҙәттә, ихласлап, ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Был юлы ҡапыл тартынып киткәндәй булды, ҡарашын йәшерҙе, ҡыҙарған кеүек тә ине. Уның уңайһыҙланыуын күреп: “Һыуытҡыс ҡарайһығыҙмы? Ә мин кер йыуыу машинаһы эҙләп ингәйнем”, – тинем дә супермаркеттың икенсе яғына китә һалдым.

Кискеһен шылтыратты.
– Эй уңайһыҙ килеп сыҡты. Ҡапыл ни өсөндөр ныҡ оялдым да ҡуйҙым, – тип хәл-әхүәлен һөйләп ташланы.

38 йәшендә генә тормошҡа сығып, бер ул тапҡан был апай. Ҡулы ла, күңеле лә ҡаты ире менән тора алмай айырылышҡан. “Динебеҙ айырылыуҙы өнәмәһә лә, ошо аҙымға барҙым инде. Ныҡ ауыр булды уның менән йәшәүе”, – тип һөйләгәйне.

Айырылып, тыуған яғына ҡайтҡас, дингә башкөллө бирелде, намаҙҙарын, ураҙаларын ҡалдырмай. Бөтә ғүмерен эшенә, улына һәм иманға бағышлап, матур ғына йәшәй бирҙе. Әле бына бер­гә эшләгән коллегаһы тол ҡалған ағаһы менән таныштырған икән. Арыу ғына ваҡыт телефон аша аралашҡандар.

– Ҡалаға йомош менән килгән ине, эш урыныма инде. Хужанан ярты көн­гә һорап, ҡайтып киттем. Юлда йөрө­гән кеше, мосафир бит, нисек сәй эсермәй эштә ултыртып ҡуяһың. Һыуытҡысымдың эшләмәүен күреп, сәбәбен һорашты. “Йүнәтерлек түгел шул, оҫта килеп ҡараны. Яңыһын алырға кәрәк”, тигәс: “Аҡса кәрәкме әллә? Әйҙә, биреп торайым”, – тине. “Юҡ, аҡсам бар ҙа ул, ҡарап алырға берәй белгән кеше булһа ине. Улым­дың ваҡыты бушауын көтәүелләп йөрөйөм”, – тигәс, “әйҙә лә әйҙә” тип магазинға алып китте. Ҡарап алып бирешеп, урынлаштырып ҡайтты.
– Ярай, хәйерле булһын! – тим.

– Һыуытҡысмы?

– Һыуытҡыс та, еҙнә лә! – тип шаяртам.

– Эй, ҡуй әле! Былай ҙа урамда ике­беҙҙе бергә кеше күреп ҡалмаһын тип кенә уйлағайным, һин килеп сыҡтың... – тип көлдө.

– Ярай, яҡшы кеше булһа, ниңә аралашмаҫҡа...

– Бик һәйбәт кеше! Бығаса күберәк телефондан аралашҡайныҡ, әле бына ике тапҡыр килеп ҡайтты. Ышана­һыңмы-юҡмы, шуны уйлап тик йөрө­йөм. Күңелем ятты ла ҡуйҙы. Үҙемә үҙем аптырайым. Мөхәббәт тигәндәре шулай буламы икән әллә? Үҙем улыма, туғандарыма нимә тиермен, тип уйланам. Уңайһыҙ ҙа кеүек. 60-ҡа етеп барғанда, кем менәндер тор­мошоңдо бәйләү ситтән ҡарағанда көлкө түгелме икән?

Оҙаҡ ҡына һөйләштек был кистә. Үҙемсә кәңәштәр бирҙем. Күңеленә алғандырмы-юҡмы кәңәштәремде әхи­рәт апайым, әммә бер айҙан ул, никах уҡытып, башкөллө ҡала янын­да­ғы ауыл­ға йәшәргә күсеп китте. Бына өсөнсө йыл бәхетле ҡатын булып, гөр­ләтеп донъя көтөп йәшәп ятыуҙары...

Дөрөҫ әйтәләр: бәхеткә һәр кем хаҡлы. Әгәр ул үҙе килеп һинең яҙмыш ҡапҡаңды ҡаға икән, ваҡытында ҡабул ҡылып, йәғни бәхетеңә юлдар аса белергә лә кәрәктер...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас