"Ҡайттым әле, тыуған урамыма, ҡайттым әле..." - тип Этҡол ауылы Һәләүек урамында тыуып - үҫкәндәр өмәгә йыйылды.
Ошо бәләкәй генә, 8 өйҙән торған урамда заманында 50 - нән ашыу кеше йәшәне, 32 бала донъяға килеп, ҡанат нығытып, оло тормош юлына аяҡ баҫты. Ә әлеге көндә урамыбыҙҙа 9 кеше йәшәй, ике өйҙөң тәҙрәләрендә ут һүнгән...
Беҙ үҫкәндә ныҡ татыу булдыҡ, уйнамаған уйын, эшләмәгән эш ҡалмағандыр. Бәрәңге ултыртыу - ҡаҙыу, бесән әҙерләү, өй йыуыу өмәләре лә тик күршеләр тарафынан башҡарылды. Урамыбыҙҙың "мам"ы, "пап"ы булды. Беҙ шулайтып Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ирназаров Байбулат бабайҙы һәм уның ҡатыны Гөлзаһиҙа инәйҙе йөрөттөк. Урамыбыҙҙа ябай колхозсы ғаиләһе лә, уҡытыусы ғаиләһе лә, һатыусы ғаиләһе лә татыу, бер ғаилә һымаҡ йәшәне.
Бына бөгөн, Һәләүек урамының "ҡошсоҡтары" тәпәй баҫҡан урамын йыйыштырырға йыйылды. Өмәнән иң оло кешебеҙ Талха бабай ҙа ҡалманы. Ҡағылсан йылғаһы буйҙарын сүп - сарҙан, ҡороған ағастарҙан таҙарттыҡ, урамыбыҙ йәмләнеп, яҡтырып ҡалды. Өмә аҙағынан Ләйсән һылыу тарафынан бешерелгән һурпа һәм былау менән һыйландыҡ. Һәр бер күршем минең өсөн ҡәҙерле, барыһында хөрмәт итәм һәм ошо өмәлә ҡатнашыусы күршеләремә оло рәхмәтемде белдерәм.