Бөгөн Башҡортостанда мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үтә.
Был көндә зыяраттарҙы, туғандарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә тәҡдим ителә.
Иртәнән алып Ишембай ҡалаһына ҡараған зыярат биләмәләрен таҙартыу өмәһе ойошторола. Донъялыҡтан киткән туғандарығыҙҙың ҡәберлектәренә зыярат ҡылып, уларҙы тәртипкә килтерергә саҡырабыҙ.