Йәмғиәт
30 Апреля 2021, 05:01

ХЕҘМӘТТӘРЕ ЯУАПЛЫ ЛА, ХӘҮЕФЛЕ ЛӘ

Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн янған йорттарға ингән, ажғырып ялмаған утты ла ауыҙлыҡлаған янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте һәр заманда ла бик кәрәкле булып ҡала. Күпме иҫкәртеү саралары күрелһә лә, ут әленән-әле кешеләргә үҙенең бәләһен һалып тора.

30 апрель – Рәсәй янғын һағы көнө

Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн янған йорттарға ингән, ажғырып ялмаған утты ла ауыҙлыҡлаған янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте һәр заманда ла бик кәрәкле булып ҡала. Күпме иҫкәртеү саралары күрелһә лә, ут әленән-әле кешеләргә үҙенең бәләһен һалып тора.
Ишембай ҡалаһының 42-се янғын-ҡотҡарыу һағы ла ошондай яуаплы, ауыр бурысты башҡара. Уларҙың ҡарамағында тотош ҡала һәм район. Тәүлек әйләнәһенә хәрби дежурствола тора янғын һүндереүселәр. Рөстәм Әлибаев етәкселегендәге татыу һәм берҙәм коллектив тупланыуы эштең һөҙөмтәһенә лә булышлыҡ итә. Шәхси составтың 70 процент тирәһе был тармаҡта күптәндән хеҙмәт итә. Янғын тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм төрлө урында сығыуы мөмкин, шуға ла беҙгә һәр ваҡыт әҙер генә торорға кәрәк, ти был һөнәр эйәләре. Төрлө ҡатмарлы хәлдә лә юғалып ҡалмау – уларға хас төп сифат. Коллективта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе булыуы был хеҙмәттең юғары кимәлдә баһаланыуы тураһында һөйләй.
- Янғындың ҡатмарлылығы ут сыҡҡан урынға барып еткәс кенә билдәләнә. Шуға ла саҡырыу алыу менән янғын расчеты тейешле ергә барып еткәнсегә тиклем радиотелефонистар янғын тураһында мәғлүмәт туплай башлай, - ти Рөстәм Әхәт улы.
Уларҙың эшендә төп ярҙамсылары - Һайран һәм Петровск ауылдарындағы янғынға ҡаршы хеҙмәттәр. Бынан тыш, һәр ауыл Советында эшләп килгән ирекле янғын командалары ла яҡшы үҫешкән.
Һөнәри байрамдары алдынан янғын часы начальнигы хеҙмәттәштәренә иң изге теләктәрен юлланы:
- Беҙҙең хеҙмәттең үҙенсәлеге – туранан-тура хәүеф менән бәйле булыуында. Шуға коллегаларыма эштә һиҙгерлектәренең дә һынатмауын теләйем. Әлбиттә, янғындарға саҡырыуҙар кәмеһен, күберәк күнекмәләр булһын ине. Оҙайлы май байрамдары етеп килгәндә район һәм ҡала халҡына ла теләктәрем бар - был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә айырыуса яуаплы ҡараһындар ине, - тине Рөстәм Әлибаев.

Автор фотоһы.
Читайте нас