Йәмғиәт
30 Апреля 2021, 13:05

ЧЕРНОБЫЛЬ ШАҢДАУЫ

26 апрелдә Халыҡ-ара Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө билдәләнде. Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша.

26 апрелдә Халыҡ-ара Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө билдәләнде. Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша.
Улар күп дозала нурланыш ала, ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлектәрен аямай үҙ бурыстарын үтәй. Зарарлы зонала эшләгәндәрҙең хеҙмәте ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң, уларҙың һәр береһе - батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө һәм беҙҙең тәрән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Яҙаһы һүҙем Чернобыль хәтирәләрен йөрәгендә йөрөтөүсе – Ишембайҙа йәшәүсе Исмәғил Ғөбәйҙуллин тураһында. Ул ваҡытта Ишембай машиналар эшләү заводында фрезеровкалаусы булып эшләп йөрөгән Исмәғил Исламғол улына 1986 йылдың декабрендә хәрби комиссариаттан уҡыу сборына саҡырыу ҡағыҙы килә.
- Хәрби бурыслы булғас, Чернобыль һәләкәтен бөтөрөү өсөн заводтан һигеҙ белгесте алты айға уҡыу сборына ебәрҙеләр. Ишембайҙан төрлө ойошмаларҙан барлығы 120 кеше булдыҡ. Уҡыу барышында дозиметр-химик һөнәрен алдым. Беҙҙе Чернобыль өлкәһенең Ораное ҡасабаһына урынлаштырҙылар. Миндә радиация кимәлен тикшереү бурысы торҙо. Унда өс ай булырға тура килде. Ҡайтҡас, һаулыҡ бер аҙ ҡаҡшағайны, шулай ҙа нығынып Ишембай машиналар эшләү заводында эшемде дауам иттем, - тип хеҙмәте хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште Исмәғил Ғөбәйҙуллин.
Исмәғил ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы заводта эшләй. Өлгөлө хеҙмәте һәм Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн бик күп награда һәм миҙалдар менән бүләкләнгән ул. Чернобылдәге хеҙмәт юлын “ил ҡушҡас, шулай тейеш булған” тип иҫәпләй Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе Исмәғил Ғөбәйҙуллин.
Читайте нас