Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Йәмғиәт
30 Апрель 2021, 05:08
Ауылдарҙың уттан һағы, таянысы бар
Биләмәләрҙә ирекле янғын һүндереүселәр командаһын булдырыуға беҙҙең район 2014 йылда, Учалынан ҡала республикала иң тәүгеләрҙән өлгәште.
Әрмет ауылының ирекле янғын һүндереүселәр командаһы әҙерләгән видео (
https://vk.com/gazeta_toratay?z=video-23747558_456239586%2Fvideos-23747558%2Fpl_-23747558_-2
). Намыҫлы эшегеҙ күптәргә өлгө!
Биләмәләрҙә ирекле янғын һүндереүселәр командаһын булдырыуға беҙҙең район 2014 йылда, Учалынан ҡала республикала иң тәүгеләрҙән өлгәште. Башҡа райондарҙан эште ойоштороу буйынса тәжрибә уртаҡлашырға әле булһа киләләр. Әлеге көндә районда ирекле янғын һүндереү командаһының 15 бүлексәһе эшләп килә. Һәр ауыл советы территорияһында берәр булһа, Ишәй һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәләрендә тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булған икешәр команда тупланған. Йәмәғәт ойошмаһы ҡул аҫтында 22 берәмек янғын һүндереү һәм ҡулайлаштырылған техника, 18 мотопомпа, 60-тан ашыу арҡаға аҫылмалы ут һүндергес иҫәпләнә. Әлбиттә, янғындарҙы һүндереүҙән бигерәк, уларҙы иҫкәртә белеү мөһим. Ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре урындағы хакимиәт менән берлектә йыл әйләнәһенә ошо эште алып бара. “Торлаҡ” операцияһын үткәреп тороу, иғтибарға мохтаж ғаиләләргә янғын иҫкәрткестәр ҡуйыу – эштең бер мөһим йүнәлеше.
Халыҡ именлеге һағында тороусыларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, һәм, әлбиттә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүебеҙ уларға һөнәр байрамдарында иң ҙур бүләк буласаҡ.
Фото:
https://vk.com/makarsdk
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"