Был ысул ҡан баҫымын нормалләштерергә ярҙам итә.
Уртаса ҙурлыҡтағы 10 лимонды ҡайнар булмаған һыуҙа йыуып, һарҡытабыҙ. Сәйгә телгән кеүек лимондарҙы киҫеп сығабыҙ һәм 3 литрлы банкаға һалабыҙ. Артабан 0,5 литр бал, 0,5 литр алоэ һуты, 0,5 л спирт (араҡы булһа ла ярай) өҫтәйбеҙ.
Банканы капрон ҡапҡас менән ябабыҙ ҙа, ҡараңғы урынға теүәл 40 көнгә ултыртып ҡуйырға. 41-се көнгә ашар алдынан ярты сәғәт ҡалғас, көнөнә 3 тапҡыр 1-шәр аш ҡалағы эсергә. 10-14 –се көнгә хәлегеҙ яҡшырып китер, ҡан баҫымы барлығын да оноторһоғоҙ.
Был ысул һалҡын тейеүҙән дә ярҙам итә.
Төрлө препараттар ҡулланыр алдынан, мотлаҡ врачығыҙ менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ.