Йәмғиәт
29 Апрель 2021, 15:05

Һуған «стрелка»ға китмәһен тиһәгеҙ...

Һуғанды ултыртыр алдынан содалы һыуҙа ебетеү уңышты арттыра һәм «стрелка»ға китеүҙән һаҡлай.

Һуғанды ултыртыр алдынан содалы һыуҙа ебетеү уңышты арттыра һәм «стрелка»ға китеүҙән һаҡлай.

Был ысулдың сере – соданың антисептик үҙенсәлегендә һәм эретмәнең температураһында. Һыу мотлаҡ ҡайнар булырға тейеш. Был осраҡта ебетеүҙең файҙаһы тағы ла күберәк.

1 литр ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы өйөп аш содаһы алабыҙ. 30 минутҡа шулай ҡуйып торабыҙ. Эретмә бик тиҙ һыуынмаһын өсөн, өҫтөн ҡаплап, ҡалын сепрәк менән төрөгөҙ.
Артабан һуғанды еңелсә генә ҡабығынан арындырығыҙ. Бөтөнләй таҙартып төшөрөргә лә ярамай. Көҙөн ултыртҡанда һуғанды киҫмәгеҙ, сөнки был төрлө ауырыуҙарға сәбәп була.
Сода, шулай ук, тупраҡтың әселеген дә кәметә. Уны һуған ултыртҡанда көл йәки доломит оно урынына ла ҡулланырға мөмкин. Соҡорҙарҙы еңелсә генә содалап тиҙ генә һуғанды төртөргә кәрәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас