Йәмғиәт
29 Апрель 2021, 15:05

"Ҡайным ғына мине яратҡан икән..."

Кейәүҙәмен. Ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ, өлкәненә - 15, кесеһенә биш йәш. Барыһы ла ҡәҙимгесә, үҙ яйы менән бара ине әле. Эш менән йорт араһында йүгереп, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайным мәрхүм булды. Шунан башланды ла инде...

Кейәүҙәмен. Ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ, өлкәненә - 15, кесеһенә биш йәш. Барыһы ла ҡәҙимгесә, үҙ яйы менән бара ине әле. Эш менән йорт араһында йүгереп, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайным мәрхүм булды. Шунан башланды ла инде...
Ҡайным мине үҙ ҡыҙылай күреп яратты, бик күңелсәк, йор һүҙле кеше булды. Ҡәйнәм менән ике ул үҫтергәндәр. Балаларынан айырым йәшәнеләр, бер-береһенә иш, терәк булдылар.
Ҡайным вафат булғас, ҡәйнәмде яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ, янына сиратлап йөрөнөк. Ирем тәүлекләп эшләп ҡайта, ял көндәрендә - әсәһе янында. Беҙ уны өйҙә бөтөнләй күрмәй ҙә башланыҡ. Ә бит шәхси йортта йәшәгәс, ваҡ-төйәк эштең күплеген әйтеп тә тораһы түгел. Эйе, иремдең ағаһы менән еңгәһе лә бар, улар хаҡлы ялда. Шуға күпселек мәшәҡәт беҙгә төшә ине.
Ике йорт араһында сабыулап хәлдән тайғас, ахырҙа ҡәйнәмде үҙебеҙгә күсереп алырға тәҡдим иттем. Исмаһам, ирем ял иткән көндәрендә өйҙә булыр, тип өмөтләнгәйнем. Әммә был аҙымымдың ғаилә тормошома нөктә ҡуйырын белгән булһам икән...
Ҡәйнәм электән ауыр холоҡло ине, яңғыҙ ҡалғас, бигерәк тә яманланды. Тәүҙә уны бик йәлләй инем, бөткөһөҙ мыжыуҙарына иғтибар итмәнем, түҙергә тырыштым. Әммә бер эшемде лә яратмай тәнҡитләп ултырғас, сабырлығым етмәне. "Әсәйегеҙ менән һөйләшеп ҡарайһығыҙмы әллә?" - тиергә баҙнат иттем ҡайнағама. Әммә унан ишетмәгәнемде ишеттем. Баҡтиһәң, ҡәйнәм барын-юғын арттырып, мине өлкән улына яманлап һөйләп торған икән.
Ирем дә тулыһынса туғандары яҡлы. Уның өсөн ағаһының һүҙе өҫтөнөрәк. Шулай итеп, япа-яңғыҙым торҙом да ҡалдым. Эйе, был ғаиләлә ҡайным ғына мине яратҡан икән... Башҡаларҙың һүҙенә бигүк иғтибар итмәһәм дә, иремдең мине яҡлашмауы, ауыр саҡта терәк булмауы йәнде үртәй бигерәк”.
(Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: зеленоград-инфо.рф
Миләүшә Сайтакова
Читайте нас