Үткән аҙнала Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров, төрлө тармаҡ белгестәре Иҫке Ишембай биҫтәһе халҡы менән осрашты. Йәшәгән төйәктәре матурыраҡ, төҙөгөрәк булһын тигән маҡсатлылар, биҫтәләге проблемаларға битараф булмағандар “Йондоҙ” мәҙәниәт һарайына йыйылды.
Ҡала хакимиәте башлығы Илшат Салауат улы иң элек һуңғы ике йылда Иҫке Ишембайҙа башҡарылған сараларға йомғаҡ яһаны. Ҙур эштәр рәтендә – халыҡ һорауы буйынса 2019 йылда Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының табип участкаһы ремонтланыуы. Эш барышында бинаның ҡыйығы төҙөкләндерелгән, тәҙрәишектәре, иҙән-түшәмдәре алмаштырылған, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаһы яңыртылған. Шул уҡ йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу “Йондоҙ” мәҙәниәт һарайын ремонтлауға мөмкинлек бирә. Ҡыйығы, газ ҡаҙанлығы алмаштырылған, эске эштәр башҡарылған.
Юлдар ҙа даими иғтибар талап итә. “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” федераль программаһы сиктәрендә Тракт урамында ике йыл рәттән юл ремонтланған. Бер нисә урамға ҡырсынташ түшәлгән. Сүп-сар сығарыу эшен көйләү, уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса ла саралар күрелгән, 2019 йылда – ете, 2020 йылда биш контейнер майҙансығы эшләнгән.
Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла эш алып барыла. Мәҫәлән, былтыр Нефть үткәргестәр, Ворошилов урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
Ҙур ремонттан һуң былтыр мәктәпкәсә төркөм менән берлектә 4-се мәктәптең асылыуы ла биҫтә халҡы өсөн матур ваҡиға булды. Бинаның ҡыйығы, йылытыу системаһы, электр үткәргестәр, канализация алмаштырылған һәм башҡа күп кенә төҙөкләү саралары уҙғарылған. Шулай уҡ яңы заманса компьютер класы асылған.
Ҡала хакимиәте башлығы Илшат Салауат улы үҙенең сығышында алға билдәләнгән пландар менән дә бүлеште. Быйыл да бер нисә урам һәм тыҡрыҡтағы юлдарҙы төҙөкләү ниәтләнә. Авария хәлендәге ағастарҙы ҡырҡыу ҙа планлаштырылған. Урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу буйынса ла эш дауам итәсәк. Йыйылышта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы профилактикалау хеҙмәте инструкторы Рөстәм Даяновтың сығышы ла бик урынлы булды. Ут менән һаҡлыҡ саралары
тураһында күпме генә һөйләнелһә лә, даими иҫкәртеп тороу һис кенә артыҡ түгел. Был юлы ла Рөстәм Риф улы республикала янғындар һаны артыуын билдәләп,
уның төп сәбәптәрен атаны. Шулай уҡ ул янғын иҫкәртеү ҡоролмаларының әһәмиәтен дә йәнә бер иҫкә төшөрҙө. Был ҡоролмалар ярҙамында кеше ғүмерҙәре ҡотҡарылыуы күптән һыналған. Шунда уҡ янғын хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа әйтелде. Иҫке Ишембай старостаһы буш ултырған йорттар эргәһендәге ҡороған үләндәрҙең янғын хәүефе тыуҙырыуына борсолоуын белдерҙе. Саралар күреү өсөн бындай йорттарҙы контролгә алырға кәрәклеге әйтелде.
Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Дегтярев ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән мөрәжәғәт буйынса мәғлүмәт еткерҙе. Был өлкәлә лә иҫке ишембайҙарҙы борсоған һорауҙар барлығы асыҡланды. Улар мәсет эргәһендәге сүп контейнерын башҡа урынға күсереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Был һорауҙы ентекләп өйрәнергә, күсереү майҙансығын билдәләүҙә халыҡтың фекерен белеү мөһимлеге аңлатылды.
Урындағы халыҡ үҙенең проблемаларын төптән белә. Шуға ла бер һорау артынан икенсеһе яуып ҡына торҙо. Юлдарҙы төҙөкләү тураһында бер нисә һорау яңғыраны. Тракт урамында йәйәүлеләр өсөн тротуар кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Хужаһыҙ берәҙәк эттәргә, көтөүгә ҡыуылмай ҡарауһыҙ йөрөгән кәзәләргә ҡарата ла борсолоуҙарын белдерҙе Иҫке Ишембай халҡы.
Автор фотоһы.