Йәмғиәт
28 Апрель 2021, 04:02

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә Маҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы сара ойошторолдо.

Кисә Маҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы сара ойошторолдо.
Ике командаға бүленгән балалар төрлө ярыштарҙа үҙ - ара көс һынашты. Бирелгән һорауҙарға тапҡыр, дөрөҫ яуап та таптылар. Һәр бер бала был сарала үҙен ысын янғын һүндереүсе, тип хис иткәндер, моғайын.
Был ойошторған сара менән беҙ балаларҙы ут менән һаҡ булырға өйрәтеүҙе төп маҡсатыбыҙ итеп ҡуйҙыҡ.
Юҡҡа ғына бит "Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай", тигән әйтем йөрөмәй халыҡ телендә. Һаҡ булайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас