Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 09:05

Бәрәңге – икенсе икмәк

Бәрәңге сәскәндә ерҙе һәр саҡ уртанан башлап һөрөү ул ике яҡтағы ерҙе уртаға ташыу була. Бәрәңге баҡсаһындағы ерҙе һөрә торғас, уртала тау барлыҡҡа килә, ә баҡсаның сите балсыҡҡа әйләнә.

Бәрәңге сәскәндә ерҙе һәр саҡ уртанан башлап һөрөү ул ике яҡтағы ерҙе уртаға ташыу була. Бәрәңге баҡсаһындағы ерҙе һөрә торғас, уртала тау барлыҡҡа килә, ә баҡсаның сите балсыҡҡа әйләнә.
Көҙ бәрәңгене йыйғанда орлоҡҡа 30-70 грамлы бүлбеләрҙе ҡалдырыу яҡшы. Ундай орлоҡ яҡшы уңыш бирә, ерҙә тиҙ сереүсән була. Ҙур орлоҡло бүлбеләр күп урынды ала һәм йыш ҡына серемәй ята.
Бәрәңгене ултыртыр алдынан, йәки баҙҙан сығарғас, 20-25 көн ҡояш нуры аҫтында тотаһың. Ҡояш нурҙары орлоҡтағы бар булған ауырыуҙарҙы үлтерә, ә орлоҡ фотосинтезлана. Бүлбелә 9-13-ләп күҙ була, улар сәскәнгә тиклем матур итеп морон төртә. Эре бәрәңгене ярғылап сәсеү яҡшыраҡ, уны буйына ҡырҡалар, бүлбеләр ике яҡта ла тигеҙ ҡалырға тейеш. Арҡырыһына ярһаң, төп яғында күҙҙәре ҡалмай.
Бәрәңгене 25-30 майға тиклем сәсергә тырышырға кәрәк, сөнки был ваҡытҡа ер 10-12 градусҡа тиклем йылына. Беренсе япраҡтары 20 көндән һуң күренә башлай, ә был ваҡытта һуңғы ҡырауҙар бөтә. Ай календары буйынса, 10-12 июнгә тура килә.
Әгәр йыл ҡоро килһә, орлоҡто тәрәнгә ултыртыу хәйерле, сөнки тәрәндә дым көслө.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас