Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 11:50

Ҡатын-ҡыҙ вахтовиктар...

Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа,Таңдан тороп Алыҫ СеберҙәКөнө буйы ауыр эштән йонсоп,Ҡайта улар төнгө ун берҙә.

Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа

Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа,
Таңдан тороп Алыҫ Себерҙә
Көнө буйы ауыр эштән йонсоп,
Ҡайта улар төнгө ун берҙә.
Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт- һаба йыуа
Балаларын ташлап сит яҡта
Ғаиләнең ҡото күптән киткән,
Уты һунгән инде усаҡта.
Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа,
Ә ирҙәре өйҙә эшһеҙҙәр.
Кемеһелер эскелеккә батҡан,
Ҡайһылары ялҡау, йүнһеҙҙәр.
Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа,
Араһында бик күп йәш ҡыҙҙар.
Бәпәй һөйөр генә саҡтарында,
Һаман булһа әле яңғыҙҙар.
Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа,
Иң уңғандар беҙҙең яҡташтар.
Ныҡ түҙемле, эшсән ҡатындарға,
Яуһын әйҙә рәхмәт- алҡыштар.
Ҡатын - ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа,
Бирһен хоҙай эштә сабырлыҡ.
Гүзәл затҡа - донъя тотҡаһына,
Саф алтындан һәйкәл ҡуйырлыҡ!!!

Зиля Байегетова
Читайте нас