Йәмғиәт
26 Апрель 2021, 07:23

Ҡурай еләге мул уңыш бирһен тиһәң...

Баҡсағыҙҙа ҡурай еләге ҡыуаҡтарына тейешле иғтибар бүләһегеҙме? Был иң витаминлы емеш, ниңәлер, хәстәрлектән ситтә ҡала. Ҡыуаҡ һәйбәт уңыш бирһен, еләктәре эре, ҡортһоҙ булһын өсөн нимә эшләргә?

Баҡсағыҙҙа ҡурай еләге ҡыуаҡтарына тейешле иғтибар бүләһегеҙме? Был иң витаминлы емеш, ниңәлер, хәстәрлектән ситтә ҡала. Ҡыуаҡ һәйбәт уңыш бирһен, еләктәре эре, ҡортһоҙ булһын өсөн нимә эшләргә?
Тәү сиратта ҡурай еләгенең ҡыуағын зарарлаған себен менән көрәшергә кәрәк. Улар ботаҡтың үҙәгенә инеп йәшәй башлай һәм яйлап уңышҡа ла, ҡыуаҡҡа ла зыян килтерә. Бер нисә йылдан уны тамам киптерә. Ҡыуаҡтар ауырый башлаһа, уңыш күләме лә 15 процентҡа кәмей, яңы ботаҡтар ҙа аҙая.
Себендең ҡарышлауыҡтарын еләк йыйғанда күргәнегеҙ барҙыр: улар аҡһыл төҫтә, биш миллиметр самаһы.
Ҡышты был себен ҡыуаҡтың төбөндә үткәрә. Яҙ ботаҡтар үҫеп сыға башлау менән йомортҡа һалырға тотона. Өҫкө япраҡтарҙың һәр береһенә берәр йомортҡа тура килә. Биш-һигеҙ көндән сыҡҡан ҡарышлауыҡтар әле йомшаҡ булған ботаҡтың эсенә инеп, уны ашай башлай.
Йәй башында ҡыуаҡтарығыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ. Бер ниндәй сәбәпһеҙ уларҙың осо кибеп төшә башлаһа, тимәк, был - себен ҡарышлауыҡтарының “эше”.
Тәү сиратта ауырыу ботаҡты ҡорой башлаған еренән саҡ ҡына аҫтаныраҡ киҫергә кәрәк. Сибектәрен төбөнән алып ташлағыҙ. Ҡурай еләге араһын ҡаҙырға ла, йәй буйы тураҡланған йәшел үлән һалып торорға кәрәк. Әгәр инде был ысулдар менән себенде еңеп булмаһа, инсектицидтар ҡулланығыҙ. Шунһыҙ мөмкин түгел. Был ваҡытта йәш ботаҡтарҙы ла, ҡыуаҡтың эргәһендәге ергә лә дарыу һиптерергә кәрәк.
Фото һәм видео авторҙың шәхси архивынан.
Лилия Нуретдинова
Читайте нас