1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында булған ҡот осҡос һәләкәткә 35 йыл ғүмер үткән. Был фажиғә ҡаза ғына килтереп ҡалманы, күпме кеше радиацияға дусар булды. Нурланыу бер кемде лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә мәрхүм булды. Иҫән ҡалғандарының да сәләмәтлеге шәптән түгел.