Төнгө 11-се яртылар тирәһендә ағас йортта сыҡҡан янғын хаҡында күршеләре хәбәр итә. Янғын һүндереүселәр командаһы тотҡарлыҡһыҙ килеп етә, әммә һуң була... Бүлмәләрҙең береһендә 3 йәше тулмаған ҡыҙ бала һәм 12 йәшлек ағаһы йоҡлаған. 1982 йылғы аталарына ла ярҙам итерлек булмай. 49 йәшлек ғаиләгә туған ҡатын кәүҙәһен аш бүлмәһендә табалар. Балаларҙың әсәһе был ваҡытта төнгө сменала эштә булған.
Ғүмерҙәрҙе генә ҡайтарып булмай. Янғын иҫкәрткестәре булмағанмы ни, тиерһегеҙ. Булған. 2019 йылда мәктәп, балалар үҫкән ғаилә тип, ҡуйҙырта һалған. Батарейкаһы ултырғанмы, үҙҙәре сырылдамаһын тип алып ҡуйғандармы уны - хәҙер ер тырнап илаһан да ваҡытты кирегә бороп булмай.
Зинһар ошондай бәләләрҙе иҫкәртә беләйек, күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Янғын иҫкәрткесең бармы йортоңда, туғандарыңда? Булмаһа, ҡуйыуҙы хәстәрләй һал! Ә бар икән - тикшереп ҡара, тауышы сығамы, батарейкаһы ултырмағанмы?
Алда оҙайлы ялдар көтә, байрам, ҡунаҡтар, шешлек, мунса, Рамаҙан айы, ураҙа тип күптәр эскенән дә тыйылып тормаҫ ... Бер үк һаҡ ҡыланайыҡ, яҡындарыбыҙҙы әрәм итмәйек!