Йәмғиәт
24 Апрель 2021, 11:00

Фельдшерыбыҙға рәхмәт

Яратҡан гәзитем “Торатау” аша үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған фельдшерыбыҙ Лилиә Мәхмүтоваға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәремде еткерәһем килә.

Яратҡан гәзитем “Торатау” аша үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған фельдшерыбыҙ Лилиә Мәхмүтоваға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәремде еткерәһем килә.
Әлеге көндә Яңы Әптек ауылында йәшәйем, төҙөләштә хеҙмәт итәм, эшем ауыр ғына. Бөр көндө ҡапыл хәлем насарайып китте. Ҡатыным фельдшерыбыҙ Лилиә Нурулла ҡыҙын саҡыртты. Тиҙ генә килеп етеп ваҡытында ярҙам күрһәтә һалды. Таң менән саҡырмаһаҡ та хәлемде белешергә инде. Уның шулай башҡаларҙың һаулығы тураһында ҡайғырта белеүенә, иғтибарына күңел булды. Хәҙер инде хәлем яҡшырҙы, үҙемде яҡшы тоям.
Шулай ҙа ауыр саҡта күрһәтелгән ярҙам һис тә онотолмай. Ваҡытында дөрөҫ итеп сараһын күрә белгәне өсөн бөтә ғаиләбеҙ исеменән Лилиә Нурулла ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Уға тормошонда, эшендә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Лилиә Мәхмүтова кеүек үҙ эшен яратҡан, иғтибарлы аҡ халатлылар күберәк булһын ине.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас