Йәмғиәт
24 Апрель 2021, 06:30

Бергә ҡаршылар яҙҙар күп булһын

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы ҒӘЛИНАНЫ бығаса районда уҙғарылған төрлө мәҙәни сараларҙа йыш осратырға тура килә ине. Алсаҡ йөҙлө, ипле был апайҙың үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө бар.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы ҒӘЛИНАНЫ бығаса районда уҙғарылған төрлө мәҙәни сараларҙа йыш осратырға тура килә ине. Алсаҡ йөҙлө, ипле был апайҙың үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө бар.
Мәҡәләмде уның тураһында яҙырға тигән ниәт менән барһам да, Рәйсә һәм Нурғәле Ғәлиндарҙы бер бөтөн итеп кенә ҡарау мөмкинлеген бик тиҙ аңланым. Илле йыл бергә ғүмер иткән парҙың ҡараштары ла, ҡыҙыҡһыныуҙары ла уртаҡ.
Арлар ҡыҙы менән Маҡар егетен яҙмыш йәшлек иртәһендә осраштыра. Ул ваҡытта ҡыҙ мәктәптә уҡып йөрөгән генә була әле. Маҡарға ҡунаҡҡа барған сағында төҫкә сибәр, буйға һомғол Нурғәлене осрата. Шул осорҙан уларҙың йөрәктәре бер-береһе өсөн тибә. Нурғәле Тимерғәле улы Өфөлә Башҡорт дәүләт университетына инеп, бер йыл үтеүгә һөйгәне лә мәктәпте тамамлап, баш ҡалаға медицина училищеһына керә. Ике аралағы мөхәббәт ептәре тағы ла нығына. Уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә улар. Матур студент йылдары шулай бер-бер артлы үтә тора. Ҡыҙҙың уҡып бөтөп, бер аҙ эшләргә, тәжрибә тупларға тигән ниәте булһа ла, егет йәһәтерәк ғаилә ҡороу яғын уйлай. Нурғәле ағайҙың ғәрәп телен белеүе, мөмкинлекте оҫта файҙаланыуы өйләнешеү ваҡиғаһын тиҙләтергә ярҙам итә.
- Рәйсә әсәһенә хат яҙғанда ҡайһы бер серҙәрен минән ғәрәпсә яҙҙырта торғайны. Бер мәл уның әйткәндәренә өҫтәп хаттың аҙағына “Мин Маҡар егетенә кейәүгә сығам” тип яҙып ҡуйҙым, - ул хәлде көлөп иҫкә төшөрҙө Нурғәле Тимерғәле улы.
Бер нәмә һиҙмәгән ҡыҙ хатты әсәһенә юллай. Бары тик ҡабаланып апаһы килеп еткәс кенә сер тоғо сиселә. Егеткә шелтә эләгә, шулай ҙа ниәте тормошҡа аша. Тиҙҙән йәштәр өйләнешә.
- Үҙенең һылыулығы, күҙҙәренең янып тороуы менән генә түгел, кеше менән матур итеп һөйләшә белеүе, иплелеге менән күңелемде арбаны Рәйсә. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Әле мәктәптә уҡығанда уҡ тегеүгә оҫта ине. Хатта туй күлдәген дә күҙҙең яуын алырлыҡ итеп үҙе тегеп кейҙе бит ул, - ти Нурғәле ағай
ҡатынына һоҡланыулы ҡараш менән.
Ишембайға ҡайтырға ҡарар иткәс, Урман-Бишҡаҙаҡта төпләнеүҙәре лә үҙенән-үҙе хәл ителә. 1970 йылда Нурғәле Тимерғәле улы мәғариф бүлегенә барғанында Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе директоры Шәһәрйәр Фәйзуллинды осрата һәм шул күрешеүҙә мәктәпкә эшкә саҡырыла. Быға тиклем күргән ауылы булмаһа ла, тәүәккәлләй. Йәш ғаилә Урман-Бишҡаҙаҡҡа тиҙ ерегеп китә. Рәйсә апай медпунктҡа фельдшер булып урынлаша. Ауылда был һөнәр кешеһенең эше тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Кәрәк саҡта бер зарланмай төндәрен дә ауырыуҙар янына ашыға. Уның төрлө хәлдә лә юғалып ҡалмауы, ваҡытында дөрөҫ сараһын күрә белеүе арҡаһында кеше ғүмерҙәре ҡотҡарыла. Элек бала менән декрет ялында оҙаҡлап ултырыу мөмкинлеге булмай. Шул ваҡытта Рәйсә апайҙың әсәһенең эргәлә булыуы ныҡлы ярҙам итә.
- Ҡәйнәмде үҙебеҙҙең эргәгә күсереп алып килеп, 30 йыл бер йортта ғүмер иттек. Бик аҡыллы, тәртипле, егәрле, заманына күрә уҡымышлы ине ул. Ҡәйнәмде әле лә рәхмәттәр менән генә иҫкә алабыҙ, - ти Нурғәле ағай.
Балалар тигәндән, йортҡа ҡот өҫтәп Буранғол, Ләйсән, Уйылдан, Ғәзиз тыуа. Матур ғаиләлә матур тәрбиә күреп үҫә улар. Һәр ваҡыт юғары белем алырға хыялланған Рәйсә апай ул арала Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын ситтән тороп тамамларға өлгөрә. Мәктәптә пионервожатый булып эшләһә лә, уҡытыусылыҡҡа тотонһа ла күңел биреп яратып башҡара. Шуға ла эшенең һөҙөмтәләре лә емешле була. Ауылда балалар баҡсаһы төҙөлә башлау менән уның мөдире итеп Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы тәғәйенләнә. Эште ойоштороп яйға һалыу ҙур тырышлыҡ, көс талап итә. Был вазифала ла үҙен оҫта етәксе итеп таныта. Артабан йәнә мәктәп тормошонда ҡайнай, хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға рус теленән белем бирә. Әйткәндәй, коллективта юғары категориялы уҡытыусы исеменә лә тәүгеләрҙән булып Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы лайыҡ була. Нурғәле Тимерғәле улы ла яуаплы вазифа биләй, 30 йыл директор урынбаҫары йөгөн тарта. Эштә лә, өйҙә лә бер-береһенә таяныс булып тормош һуҡмағынан ышаныслы атлай улар.
- Йәшәй-йәшәй ҡатынымдың яңы матур сифаттарын астым. Тойғолар ҙа ваҡыт үтеү менән тәрәнәйә. Бер-береңдән ҡәҙер тойоп йәшәү үҙе ҙур бәхет ул, - ти Нурғәле Тимерғәле улы.
Балаларының барыһына ла юғары белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Ҡыҙҙары Ләйсән хәҙер Ноябрьск ҡалаһында мәктәп директоры урынбаҫары, Уйылдан
Өфөлә “Башҡортостан-24” каналында генераль директор урынбаҫары, иң кеселәре Ғәзиз Ишембай Йәштәр һарайында директор. Һәләтле журналист булараҡ танылған
тәүге мөхәббәт емештәре Буранғолдары ғына ата-әсә йөрәгенә мәңгелек уңалмаҫ яра һалып яҡты донъяларҙан бик иртә китеп барҙы. Рәйсә апай менән Нурғәле ағайҙы
яҙмыш шулай иң ҡаты һынауҙары менән дә һынаны.
Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренә йыуанып, йәшәү йәме таба олатай менән өләсәй. Хәҙер инде улар ҙа күҙгә күренеп ҙурая. Миләүшә ейәнсәрҙәре Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, Өфөлә инглиз теленән уҡыта. Һәләтле ҡыҙ Америкаға барып практика ла үтеп ҡайтҡан. Батырхан исемле ейәндәре Башҡорт дәүләт медицина университетында фармацевтика факультетында белем ала. Тормош шулай үҙ көйө менән дауам итә. Башҡа ейәнейәнсәрҙәренең дә мәктәптәрҙе тамамлап, һөнәрҙәр алып, уңыштарға өлгәшкән мәлдәрен күрергә насип булһын Рәйсә апай менән Нурғәле ағайға.
- Тормош иптәшем һәр ваҡыт әҙәпле, ихтирамлы булды. Бер ҡасан тауыш күтәрмәне. Балаларым ҙурайып бөткәс, уларҙан “Һеҙҙең тауышланған сағығыҙҙы күрмәнек, бының өсөн рәхмәт” тиеүҙәрен ишетеү бик тә рәхәт, - тип ихлас йылмая Рәйсә апай.
Ғүмер буйы эштең уртаһында ҡайнап йәшәгәнгәлер, олоғайғас та йәмәғәт сараларынан ситтә ҡалмай Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы. Ағинәйҙәр менән йәш быуынды тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Мәсеткә йөрөп ғәрәп телен өйрәнергә лә ваҡыт таба. Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәренең яҙ етеү менән май айында ете төрлө үлән йыйып сәй әҙерләү йолаһы ла йәшәп килә. Быйыл да ошо осорҙо һағынып көтә әңгәмәсем.
Яҙ етһә, сәй үләндәрен йыйыр мәлдәре, оҙон ҡыштарҙа тормош иптәше, балалары менән бергәләшеп хуш еҫле сәй эсер кистәре киләсәктә лә бик күп булһын Рәйсә апайҙың.

Автор фотоһы.
Читайте нас