Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 14:29

Яҙғы баҡсаға йәм өҫтәп

Әле баҡса сәскәләренең ҡайһыһы ниндәй тәрбиәгә мохтаж? Ҡайһыларын асыҡ тупраҡҡа ултыртырға ваҡыт? Барыһы хаҡында ла - яҙмала.

Әле баҡса сәскәләренең ҡайһыһы ниндәй тәрбиәгә мохтаж? Ҡайһыларын асыҡ тупраҡҡа ултыртырға ваҡыт? Барыһы хаҡында ла - яҙмала.

Ерҙе иң элек сүп-сарҙан таҙартып, йомшартып сығалар. Ҡайһы бер сәскәләрҙе өйҙә, шулай уҡ теплицала үрсенте итеп алдан ултырталар.

Гладиолус, ләлә кеүек һуғанбашлыларҙы ер йылынһа, апрель аҙағында уҡ асыҡ тупраҡҡа ултырталар. Бындай үҫемлектәрҙе иң элек “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙамында зарарһыҙландырырға кәрәк.

Ҡышлаған әҙрәс гөлдө (бегонияны) башта ҡороған тамырҙарынан таҙартып, ярты сәғәткә марганцовка иретмәһенә һалып торорға. Бүлбенең серек ерҙәрен үткер бысаҡ менән киҫеп ташлағыҙ, бер аҙ киптергәс, күмер онтағы һибегеҙ.

Күп йыллыҡ сәскәләр хәстәрлеккә мохтаж. Тупраҡты йомшартып сығығыҙ, әкренләп сәскәләрҙең өҫтөндәге япманы асығыҙ. Иртә сәскә атҡан күп йыллыҡ гөлдәрҙе (ләлә, нәркәс) аммиак селитраһы (1 кв. метрға – 20 гр) менән ашлағыҙ һәм биопрепараттар менән эшкәртегеҙ. Болотло һалҡынса көндә астильба, дельфиниум, флокс, хоста кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙе ҡаҙып алығыҙ. Тамырҙарын бер аҙ киптергәс, үҫентеләрҙе бүлергә мөмкин.

Ҡайындарҙа алҡалар күренеү менән рауза гөлдәренең япмаһын асырға ваҡыт, ти тәжрибәле баҡсасылар. Тик быны кинәт эшләргә ярамай, сөнки сәскәләр яҙғы һалҡынса һауаға әкренләп күнегергә тейеш. Ышыҡтан сыҡҡан раузаларҙың ботаҡтарын киҫергә, төбөн йомшартырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн үҫентегә “Медея” препаратын йәки бордо шыйыҡсаһын һиптерегеҙ. Артабан уларға органика йәки минераль ашлама индерегеҙ.

Ылыҫлы үҫемлектәрҙе әкренләп ышыҡтан сығара башлағыҙ. Был эште болотло көндә йәки кис башҡарырға кәңәш ителә. Япманы бер аҙға асып, үҫемлектәрҙе елләтегеҙ ҙә ҡайтанан ябығыҙ. Ылыҫлыларҙы асыҡ һауала тотоу ваҡытын көндән-көн арттырығыҙ. Ер 15-20 сантиметр тәрәнлектә йылынғас ҡына япманы тулыһынса асалар.

Баҡсағыҙҙы сәскә менән биҙәү тураһында алдан уйлағыҙ. Бер йыллыҡ гөлдәрҙе, күп йыллыҡтарын, шулай уҡ ылыҫлы үҫемлектәрҙе ҡайҙа ултыртырға? Иҫке әйберҙәрҙән биҙәү элементтары, декоратив ҡоролмалар яһарға мөмкин. Рокарийҙар, түмәләстәр өсөн кәрәкле материалдар туплағыҙ. Газондарға иһә бер аҙ ҡом һибергә, киҫергә, комплекслы ашлама индерергә кәрәк.

Бүлмә гөлдәрен дә хәстәрләргә онотмағыҙ. Миҙгел башында улар ҙа иғтибарға мохтаж: күсереп ултыртырға, тупрағын алмаштырырға кәрәк. Ҡайһы бер гөлдәр иртә сәскә ата, уларҙы ҙурыраҡ көршәккә тамырына зыян килтермәйенсә, тупрағын тулыһынса алып бөтөрмәйенсә күсерәләр. Яҙ бындай үҫемлектәрҙе махсус шыйыҡ ашламалар менән айына ике тапҡыр ашлайҙар. Һыуҙы ла йышыраҡ һибәләр. Һауа температураһы +10 градустан артһа, фикус кеүектәрҙе балконға сығарырға ла була.


Фото: moysad.com
Лилия Давлетбакова
Читайте нас